Ҡоротто Интернет магазины аша һатып алып була20.01.2012
Ҡоротто Интернет магазины аша һатып алып булаКүптән түгел Интернет селтәрендә "Bashfermer" сайты эш башланы. Әлегә башҡорт эшҡыуарлығында киң таралмаған тармаҡты һайлаған уның хужаһы. Был Интернет магазинында һәр һатып алыусы ауылда етештерелгән аҙыҡ-түлекте таба һәм уны фатирына ҡәҙәр килтереп еткереүгә заказ бирә ала. Ул шулай уҡ ауыл етештереүселәре – крәҫтиән һәм фермерҙар менән дә әүҙем эшләй. Был сайттың ябай магазиндан айырмаһы нимәлә, ниндәй өҫтөнлөктәре бар, бигерәк тә кемдәр өсөн отошло – ошо турала беҙ уның ойоштороусыһы – шәхси эшҡыуар Ләлә Ислам ҡыҙы ҠУНАҠАЕВА менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Һис шикһеҙ, Интернет магазины республикала аҙыҡ-түлек менән һатыу итеү өлкәһендә яңы алым. Шуға ла һәр кемдең уның тураһында күберәк белгеһе киләлер...
– Ысынлап та, "Bashfermer" сайтын республика өсөн өр-яңы проект тип атар инем. Бигерәк тә ҡала халҡына ауылдан килгән аҙыҡ-түлекте тиҙ табыу өсөн уңай. Бындай сайттар күберәк булған һайын, ауыл аҙыҡ-түлегенең тауарға әйләнеү мөмкинлеге, ысынлап та, артасаҡ. Сер түгел, ауыл халҡы өсөн был бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Күптәр шәхси ихатаһында йә хужалығында етештерелгән аҙыҡ-түлеккә, тауарға һатып алыусы таба алмай йонсой. Бөтәһенең дә ҡалаға килеп баҙарҙан урын ала алмауы көн кеүек асыҡ бит.
Был сайт беҙ күнеккән ябай аҙыҡ-түлек магазины түгел. Ул, һис шикһеҙ, киләсәк алымы. Сит илдәрҙә, Мәскәү менән Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларҙа был йүнәлештә күптән эшләйҙәр. Ысынлап та, бөгөн ҡала кешеһе баҙарға килһә, уға үҙенә кәрәккәнен генә һайлап алыуы еңел түгел. Бигерәк тә аҙыҡ-түлек күп булғанда ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирергә белмәй аптырайҙар. Аңлашыла, һәр кем иң яҡшыһын, иң сифатлыһын һайлап алырға тырыша, әммә яңылышыуың да бар бит әле. Шулай уҡ һатыусының шәхси сифаты, сауҙа кәштәһенең күркәмлеге кеүек аҙыҡ-түлеккә ҡағылышы булмаған сит факторҙар ҙа йыш ҡына йоғонто яһап ҡуя. Ә беҙҙең төп маҡсат – ошо иң яҡшы аҙыҡ-түлекте һайлап алып, уны бер ниндәй юғалтыуһыҙ ҡулланыусыға алып барып еткереү. Иҫкертмәйенсә, эшкәртмәйенсә, экологик таҙа көйөнсә.
– Сайтта ниндәйерәк мәғлүмәттәр табырға була?
– Унда беҙҙең менән бәйләнешкә сығыу өсөн телефон номеры, танышыу өсөн реквизиттар ҡуйылған. Бында тауарҙың сифат гарантияһы тураһында бөтә мәғлүмәттәр ҙә тупланған. Шуны ла аңлатып үтергә кәрәк: беҙ аҙыҡ-түлек етештереүсе түгел, ә уның менән халыҡты тәьмин итеүсе. Әммә ҡулланыусыларға килтерелгән тауар өсөн яуаплылыҡты тоябыҙ. Шуға күрә клиенттарыбыҙ бары сертификацияланған, сифатлы продукция алһын өсөн бөтәһе лә эшләнә.
Әйткәндәй, эшмәкәрлегебеҙҙе башлағанда махсус рәүештә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙең исемен яҡтыртмаҫҡа тырыштыҡ. Ни өсөн? Сер түгел, күптәрҙә беҙҙең менән эшләү теләге уянырға мөмкин. Тәүгеләр иҫәбенә үтә йылғырҙарҙың эләгеүе лә бар. Ә беҙҙең маҡсат – иң лайыҡлы тауарҙарҙы ғына һайлап алыу һәм һатыуға сығарыу. Һуңынан, бер аҙ ваҡыт үткәс, һатып алыусылар айырым етештереүсенең аҙыҡ-түлегенә өҫтөнлөк биргән осраҡта, беҙ уны һис шикһеҙ рекламалаясаҡбыҙ.
Cайтҡа индерелгән бөтә тауар сертификацияланған. Һәр хәлдә бер генә аҙыҡ-түлек тә, ветеринар тикшереү үтмәйенсә һәм ошо турала документтар булмайынса, ҡулланыусыға юлланмай. Әгәр был һөт икән, беҙ һыйырҙың һау-сәләмәт булыуына һәм был турала ветеринарҙың рөхсәте барлығына инанырға тейешбеҙ. Шуға ла беҙҙең аҙыҡ-түлектең сифатына шикләнмәҫкә мөмкин. Был йәһәттән маҡсатыбыҙ – һатып алыусылар менән баштан уҡ ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәт булдырыу.
– Сайт сағыу, ҡыҙыҡлы итеп эшләнеүе менән дә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә...
– Уны беҙ заманса, һәр кемгә ҡыҙыҡлы итергә тырыштыҡ. Мәҫәлән, яңылыҡтар битендә һатып алыусылар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәр таба аласаҡ. Бында "иртәгә йылҡы һуябыҙ" йә "ике көндән төп тәьмин итеүсебеҙ бал килтерәсәк" кеүек яңылыҡтар ҡуйыласаҡ. Мәҡәләләр битендә аҙыҡ-түлек әҙерләүҙең күп төрлө рецептары бирелгән. Бөгөн сәләмәт тормошҡа ынтылғандар арабыҙҙа бихисап. Мәҫәлән, тап шундайҙар беҙҙең рецепт буйынса сәләмәтлегенә файҙалы йәймә бешерә аласаҡ. Шулай уҡ, һәр кемгә файҙалы булыр тип, бында иң сифатлы үҫенте майҙарының рейтингын да ҡуйҙыҡ...
– Тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлек исемлеге лә бай ғына...
– Каталог көн һайын тиерлек тулыланып, артып бара. Яҡын киләсәктә ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙе лә сайтҡа ҡуйырға иҫәбебеҙ бар. Мәҫәлән, кемдер кейеҙ баҫа, ағастан йә ҡайын туҙынан һауыттар эшләй икән, уларҙы беҙҙә һатыуға сығара аласаҡ.
Минеңсә, сайттың төп маҡсаты – ауыл кешеһенә ярҙамға килеү, уға үҙ бизнесын булдырыуҙа булышлыҡ итеү. Һис шикһеҙ, ауыл кешеһенә табыш килтереүсе, киләсәктә унан эшҡыуар яһай алыусы вариант. Күптәргә ул үҙ юлын табырға ярҙам итер, миҫал булыр тип ышанам.
Кем белә, бәлки, киләсәктә был сайт беҙҙең халыҡ тарафынан етештерелгән лайыҡлы аҙыҡ-түлекте сит ил баҙарына сығарыусы күпер булыр. Бөтәһе лә бәләкәйҙән башлана бит!
– Етештереүселәр һеҙҙең менән бәйләнешкә нисек инә ала – ошо ла ҡыҙыҡһындыра...
– Беҙгә нисек мөрәжәғәт итергә икәнлеге сайтта күрһәтелгән. Етештереүселәр бөтөн республика буйынса мөрәжәғәт итә ала. Аҙыҡ-түлек һатыусылар менән сайт өҫтөндә эшләгәндә үк һөйләшә башлағайным. Беҙ шәхси фермер, крәҫтиән кеүек ҙур булмаған етештереүселәр менән хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Беҙҙең менән эшләргә теләп тә, тауарына сертификаты булмағандарға ла ярҙам итергә әҙербеҙ. Тауары ғына сифатлы булһын һәм талаптарға яуап бирһен.
– Әгәр мин ике-өс һыйыр тотам һәм май әҙерләп килтерергә булдым икән, һеҙгә мөрәжәғәт итә аламмы?
– Баҙарға һатыуға сығарған кеүек, һеҙ сайт аша һатыуға ҡуя алаһығыҙ. Ветеринар документығыҙ ғына булһын. Әлбиттә, һәр тәьмин итеүсе менән шәхсән мөнәсәбәт булдырғы, ул ниндәй шарттарҙа эшләй – ошоно күрге килә. Ябай санитария ҡағиҙәләре һис тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш.
Беҙ һәр райондағы етештереүсе менән эшләргә әҙербеҙ. Аңлашыла, төпкөлдән һөт ташыуҙың фәтүәһе юҡ. Өфөнән йырағыраҡ йәшәгәндәргә, мәҫәлән, Ейәнсура районы икән, иретелгән май әҙерләргә кәңәш итер инем. Шулай уҡ ҡорот йә талҡан менән тәьмин итһәләр ҙә отошло буласаҡ.
– Эре етештереүселәр менән эшләү күҙ уңында тотолмаймы?
– Әгәр берәй эшҡыуар тейешле кимәлдә ниндәйҙер бизнес ойошторған һәм, мәҫәлән, ҡаҙылыҡ етештерә икән, мин тап шундайҙар менән эш итергә теләйем. Уларҙың бизнесы үҫеш алһын өсөн был файҙалы буласаҡ. Ә ҙур предприятиеларҙың былай ҙа сауҙа селтәрҙәре етерлек, улар менән эшләүҙең фәтүәһе юҡ. Мәҫәлән, "Метро" бөтәһен дә үҙе алып килә, Интернет магазиндары ла бихисап. Эре етештереүселәр үҙҙәренең һатып алыусыларын супермаркеттар аша ла таба ала.
– Ә һатып алыусылар менән нисек эшләйһегеҙ?
– Әлегә һатып алыусыға аҙыҡ-түлек аҙнаһына өс тапҡыр килтерелә. Заказды өҙөклөк булмаһын өсөн ике-өс көн алдан биреү хәйерлерәк. Беҙ бит алыпһатар түгел, магазиндан да килтермәйбеҙ. Уны әҙерләргә кәрәк. Беҙҙә һатып алыусыға ваҡытында килтереп еткереү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Заказ эшләү һәм түләү өсөн дә шарттар бар. Уны телефон буйынса йә Интернет аша тәүлек әйләнәһенә эшләргә була.
– Кемдәр был сайтты файҙаланыр тип күҙаллайһығыҙ?
– Әлегә Өфө ҡалаһы һәм уның янында йәшәгәндәрҙе тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Төп ҡулланыусыларыбыҙ ҡала кешеләре, ҡала эргәһендә йәшәүселәр булыр тип күҙаллайбыҙ. Шулай уҡ, һис шикһеҙ, үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡайғыртыусылар, экологик яҡтан таҙа, саф аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә беҙҙе һайлаясаҡ. Күптән түгел фитнес-үҙәктә беҙҙең сайттың тап ошо мәсьәләгә арналған презентацияһы үтте.
– Заказды килтереп еткереү кемдең иҫәбенә?
– Был йәһәттән беҙ һәр Интернет магазины кеүек эшләйбеҙ: аҙыҡ-түлекте өс мең һумдан күберәккә алһалар – беҙҙең иҫәпкә, унан әҙерәк булһа – йөҙ һум. Ә ҡаланан ситтән заказ булғанда – шәхсән килешеү буйынса. Әгәр сит өлкәнән мөрәжәғәт итеүселәр булһа, улар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Әле аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ ташыйбыҙ. Әммә беҙҙең менән ошо йүнәлештә хеҙмәттәшлек итергә теләүселәрҙең тәҡдимдәрен тыңларға ризабыҙ.
– Сер булмаһа, ни өсөн был эшкә тотондоғоҙ?
— Тап ошондай сайт эшләү тураһында электән уйлай инем. Сит илдәрҙә улар күптән бар һәм халыҡта ҙур һорау менән файҙаланыла бит. Шулай уҡ был проект ошоға ҡәҙәр аҙыҡ-түлек өлкәһендә эшләүемдең дә һөҙөмтәһелер. Үҙем Ауырғазы районының Ҡаҙморон (Усман) ауылынан. Кемерово аҙыҡ-түлек сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң, дүрт йыл Мөрсәлим ит комбинатында эшләнем, аҙаҡ 11 йыл Мәләүез ит-һөт техникумында директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Һуңынан Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында эшкәртеү бүлеген етәкләнем. Шуға күрә был тармаҡ менән яҡындан танышмын.
Ғөмүмән, сайт өҫтөндә ике йыл элек үк эш башлағайным. Ауылға ҡайтыу тураһында ҡарар ҡабул иткәс, уға ныҡлап тотондом. Минеңсә, аҙымды ваҡытында яһаным. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, аҙыҡ-түлек баҙары үҫешә башлар, яңынан-яңы мөмкинлектәр тыуыр тип уйлайым.
– Һеҙ быға тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кеше түгел, эшегеҙҙе башлап китеүҙә ҡаршылыҡтарға осраманығыҙмы?
– Иң ҡыйыны бөтөн эске кәртәләрҙе еңә алыу икән. Тәүге аҙымды яһауҙың һәр ваҡыт иң ауыры булыуын күптәр төшөнәлер. Арабыҙҙа күптәр эшкә йөрөргә, һәм ваҡыт еткәс, уның өсөн хаҡ алырға күнеккән. Шуға ла бөтә яуаплылыҡты үҙеңә алып, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп китеүе еңелдән түгел. Был эске ныҡлыҡҡа ла бәйле. Маҡсатың тураһында хыялланыу ғына етмәй, уны тормошҡа ашырырға ла кәрәк бит әле. Эске кәртәләр һәр эшҡыуар өсөн төп ҡаршылыҡ, минеңсә. Әммә үҙеңде еңә алыу һәр ваҡыт ҡыуаныс, өҫтәмә көс бирә. Был эшем үҙемә лә бик ҡыҙыҡ. Электән йыйылып килгән хыялдарҙы тормошҡа ашыраһың, бөтәһен дә күҙ алдыңа килтергән кеүек итеп эшләргә тырышаһың. Шөғөлөм тап шуныһы менән отошло.
– Бөгөн киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйып эш итәһегеҙ?
– Әлбиттә, һатып алыусылар һәм тәьмин итеүселәрҙең артыуын теләйбеҙ. Ауыл халҡы үҙенең шәхси ихатаһынан күберәк табыш алһын, үҙ эшенән һөҙөмтә күреп өйрәнһен. Әгәр ошондай сайттар күберәк булһа, уларға шәхси ихаталар, крәҫтиәндәр ҙә күберәк йәлеп ителәсәк. Ул мәлдә баҙарҙа ситтән килгән сифатһыҙ тауар ҙа кәмейәсәк. Шул ваҡытта, бәлки, тағы ла ошондай тиҫтәләгән сайт асылыр, кем белә?
– Ә конкуренцияның артыуы һеҙҙе ҡурҡытмаймы?
– Бындай сайттар сит илдәрҙә бик күп. Конкуренциянан ҡурҡмайым, бындай Интернет-магазиндар күберәк булған һайын тармаҡ та үҫешәсәк һәм уның аша һатып алыу кешеләр өсөн ҡәҙимге хәлгә әйләнәсәк. Ул мәлдә һатып алыусыларыбыҙ ҙа ҡырҡа артасаҡ, быға иманым камил.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад