Ишеттеләр, хәл иттеләр20.01.2012
Гәзитебеҙҙең былтырғы ноябрь һандарының береһендә уҡыусыбыҙҙың "Ишетмәйҙәр!.." тип исемләнгән ауазы баҫылғайны.
"Ялыу кенәгәһе" рубрикаһында донъя күргән йөрәк әрнеүе, ысынын әйткәндә, аптыратты, сөнки һүҙ Шаран районында эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар булдырылмауы тураһында бара. Ә, билдәле булыуынса, заманында эшҡыуарлыҡҡа республикала беренселәрҙән булып тап шарандар ныҡлап тотондо һәм, ошо тармаҡты әүҙем үҫтереп, районын алдынғылар рәтенә сығарҙы. Был алдынғылыҡ хаҡлы рәүештә әлегәсә һаҡлана.
Хат авторы Рәшит Хөсәйенов осрағында ниндәй ҡытыршылыҡтар килеп сыҡҡандыр – уныһы икенсе һорау, әммә яуап хаты килде һәм унда мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүе тураһында хәбәр ителә. Уҡыусыбыҙ, Шаран районы хакимиәте һәм редакция – ошо "өсмөйөш" өсөн һуңғы һөҙөмтә генә мөһим.