Планлы тикшереүҙең тәртибе20.01.2012
Һәр тармаҡтағы кеүек үк, эшҡыуарҙарҙы тикшереү ҙә даими алып барыла. Теге йәки был төр эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндә һәр кем өсөн мотлаҡ булған планлы тикшереүҙе эшҡыуарҙың алдан билдәләгән йүнәлеше буйынса эшләү-эшләмәүен күҙәтеүсе дәүләт органдары, муниципаль органдар үҙҙәренең йыллыҡ планына алдан уҡ индерә. Тикшереүҙәрҙең йыйылма планы үтәлешен Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы контролдә тота һәм үҙ сайтында күрһәтеп бара.
Планлы тикшереү документтар йәки урынға сығып тикшереүҙән ғибәрәт булыуы ихтимал. Тәүгеһенә ярашлы юридик шәхестең (шәхси эшҡыуарҙың) документтарында күрһәтелгән мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе, ойоштороу-хоҡуҡи формалар теүәллеге, хоҡуҡтары, бурыстары, дәүләт контроле органдары ҡушыуын үтәүе һәм эшмәкәрлеккә ҡағылышлы башҡа мәғлүмәте тикшерелә. Урынға сығып тикшергәндә юридик шәхестең документтарында күрһәтелгәндең ғәмәлдә үтәлеүе төп урынды алып тора. Шулай уҡ эшҡыуар күрһәткән эшселәр һаны, биналарҙы, майҙандарҙы, ҡоролмаларҙы, ҡорамалдарҙы, транспортты дөрөҫ файҙаланыу, уларҙың хәүефһеҙлек шарттарына яуап биреүе, мотлак шарттарҙы үтәү буйынса саралар күрелеү-күрелмәүе лә тикшерелә.
Урынға сығып тикшереү тикшереүсе танытмаһын күрһәтеүҙән башлана. Шунда уҡ эшҡыуарҙың эшмәкәрлеген тикшереү буйынса ҡабул ителгән ҡарар күрһәтелә, сараның маҡсаты, бурысы, нигеҙе, күләме аңлатыла. Икенсе берәй хеҙмәт йәлеп ителә икән, тикшерелеүсене уның эксперттары менән таныштыралар, ваҡытын һәм шарттарҙы аңғарталар.
Эшҡыуар йәки уның вәкиле тикшереүселәргә документтар менән танышыу мөмкинлеген булдырырға, улар ҡарарға теләгән бина, ҡорамалдарҙы асырға, унда үтеп инеүҙе тәьмин итергә тейеш.
Урынға сығып планлы тикшереү микропредприятие өсөн йылына – 15, бәләкәй предприятие өсөн 50 сәғәттән артмай. Ә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль, йылылыҡ менән тәьмин итеү, электроэнергетика һәм энергияны һаҡсыл ҡулланыуҙы арттырыу, торлаҡ өлкәһенә ҡағылышлы тикшереүҙәр һаны өс йылға ике һәм унан да күберәк тапҡыр ойошторолорға мөмкин.