Йүнселдәр өсөн түләү үҙенсәлектәре30.05.2014
Әле Рәсәйҙә шәхси эшҡыуарҙар өсөн биш махсус һалым режимы бар.
1. Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн һалым һалыу системаһы, йәғни берҙәм ауыл хужалығы һалымы ауылда продукция етештергән, эшкәрткән һәм һатҡан йүнселдәр тарафынан ҡулланыла.
2. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы. Бәләкәй бизнесҡа йүнәлтелә һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә һалымды иҫәпләү, түләү алымын ябайлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был системаны ҡулланғанда һалым түләүсе килем дәүмәленең 6 процентын йә иһә килем менән сығым араһындағы айырманы 5 — 15 процент ставкаһы буйынса түләү хоҡуғына эйә.
3. Эшмәкәрлектең айырым төрҙәре өсөн алынған килемгә берҙәм һалым рәүешендәге системаны ҡулланғанда һалым түләүсе Рәсәй Һалым кодексы менән билдәләнгән килем күләменә нигеҙләнә. Был осраҡта йүнсел алған килем күләме әллә ни әһәмиәткә эйә түгел.
4. Һалым һалыуҙың патентлы системаһында шәхси эшҡыуар билдәле бер ваҡыт эсендә тәғәйен эшмәкәрлек төрө өсөн патенттың нығытылған хаҡын түләү мөмкинлегенә эйә. Был хаҡ ҡануниәт тарафынан билдәләнгән потенциаль килем алыу мөмкинлегенән һәм һалым ставкаһынан сығып билдәләнә.
Һалым түләүселәр был системаларҙың барыһын да, ҡануниәттә ҡаралған шарттарҙы үтәп, файҙалана ала. Махсус һалым режимын ҡулланған йүнселдәр эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән алынған килемгә ҡарата физик берәмектәр килеменә һалым, мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителә, Рәсәйгә тауар индереү һәм ябай ширҡәт килешеүенә ярашлы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу кеүек осраҡтарҙан тыш, өҫтәмә хаҡҡа һалым түләүсе тип танылмай.
Ҡайһы берҙә һатып алыусы, йәғни контрагент өҫтәмә хаҡҡа һалым күләме иҫәпләнгән счет-фактура талап итә. Был осраҡта ҡаҙнаға түләнергә тейешле һалым күләме ошо документта күрһәтелгән хаҡ рәүешендә билдәләнә.
Мәҫәлән, быйыл тәүге кварталда Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 2-се район-ара инспекцияһы һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған шәхси эшҡыуар С.В. Литвиновты тикшереү барышында һатып алыусыларҙан килгән иҫәп счетына аҡса күсергәндә өҫтәмә хаҡҡа һалымдың билдәләнеүе асыҡланды. Һалым түләүсе, тейешле сумманы күсереп, һалым ҡайтармаһын хоҡуҡһыҙ кәметкән. Һөҙөмтәлә һалым органы 68 мең һум, шул иҫәптән 2,5 мең һумлыҡ пеняны өҫтәгән. Шәхси эшҡыуар инспекцияның ҡарары менән килешкән һәм билдәләнгән ваҡыт эсендә ҡаҙнаға ошо аҡсаны түләгән.
Махсус һалым режимдары йүнселдәр өсөн уңайлы иҡтисади һәм финанс шарттар булдырыуға йүнәлтелә. Теге йәки был системаны һайлап, эшҡыуар һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу алымдарын файҙалана, хәүеф кимәлен түбәнәйтә ала.