Һарыҡ араһында арыҫлан булыуы еңел йәки Инфляциянан ҡурҡырға кәрәкме?28.05.2014
Һарыҡ араһында арыҫлан булыуы еңел йәки Инфляциянан ҡурҡырға кәрәкме? Баҙар шарттарында ябай кешене иң борсоған мәсьәлә – хаҡтарҙың туҡтауһыҙ артыуы. Быны даими үткәрелеп торған төрлө социологик тикшереүҙәр ҙә раҫлай. Улар билдәләүенсә, бөгөн Рәсәй халҡының 35 процентын тауарҙарҙың ҡыйбатлығы борсой икән.
Был башҡа социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙән күпкә артығыраҡ. Мәҫәлән, икенсе урында эшһеҙлек (24%) тора, ә бүтән иҡтисади проблемаларға 25 процент тура килә. Енәйәтселек кимәле – 20%, торлаҡ проблемаһы – 18%, һаулыҡ һаҡлау һәм пенсия мәсьәләләре 16% кешене хәүефкә һала. Тикшереүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең 66 проценты йәшәү шарттары йылдан-йыл ҡурҡынысыраҡ була бара тип иҫәпләй. Тик 29 проценты ғына кире фекерҙә.
Әйтергә кәрәк, хаҡтарҙың туҡтауһыҙ артып тороуы беҙҙең илгә генә хас күренеш түгел. Иҡтисади проблемалар араһында ул башҡа дәүләттәрҙә лә беренсе урынды биләй. Күп хөкүмәттәр был мәсьәләне хәл итер өсөн байтаҡ көс һала, әммә донъя практикаһында уңышҡа өлгәшкән дәүләттәр юҡ кимәлендә. Советтар Союзында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә – Бөйөк Ватан һуғышынан һуң – Иосиф Сталин етәкселек иткән хөкүмәт тарафынан хаҡтар даими төшөрөлөп килде. Был сара һуғышта емерелгән иҡтисадты тергеҙеүҙә бик һөҙөмтәле сара булды. Был турала мин гәзитебеҙҙә былтыр (2.04.13) яҙып үткәйнем. Ошо ыңғай сәйәси тәжрибә власҡа Никита Хрущев килгәс, ситкә тибелеп, онотолоп ҡалды.
Хәҙерге баҙар шарттарында хаҡтарҙың арта барыуы һәр эшҡыуарҙың үҙ проблемаһын етештергән тауарына бәйле арттырыу юлы менән хәл итергә тырышыуҙан барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, туҡыусы етештергән тауары табышлы булһын өсөн уға хаҡ арттыра. Был туҡыманы ҡулланған тегенсе лә теккән кейеменә өҫтәргә мәжбүр була. Был эш бер аҙ ваҡыттан һуң туҡыусы һатып алған сүскә хаҡтар артыуы менән кире әйләнеп ҡайта. Шулай итеп, һәр тауар етештереүсенең ҡомһоҙлоғо арҡаһында “мәңгелек двигател”гә оҡшаған хаҡтар ярышы туҡтатып булмаған процесҡа әйләнә. Хаҡтар артҡас, хөкүмәт кешегә эш хаҡын, пенсияны күбәйтеп тора. Тик быныһы хаҡтарҙың тағы ла артыуына сәбәп була…
Бынан тыш, хаҡтарҙың артыуына тағы бер сәбәп – дәүләт тарафынан артыҡ сығарылған аҡса. Быны инфляция тип атайҙар. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, аҡса берәмегенең һатып алыу һәләте кәмей: шул уҡ суммаға беҙ номиналь хаҡтар менән әҙерәк тауар һатып ала башлайбыҙ.
Ошо ике төп фактор хаҡтарҙың үҫеүенә килтерә лә инде. Төрлө тауарҙарҙың хаҡы төрлө тиҙлек менән арта. Быны билдәләү өсөн иҡтисад фәне номиналь һәм сағыштырма хаҡ тигән төшөнсәләр ҡуллана. Номиналь хаҡ булып тауарҙың аҡсала күрһәтелгән хаҡы тора. 1-се таблицала ул тиндәрҙә һәм һумдарҙа бирелгән. Сағыштырма хаҡ был тауарҙы икенсе тауар күләме аша бирә. Таблицала сағыштырма хаҡтар икмәк аша иҫәпләнгән. Миҫал итеп алынған 30 йыл эсендә бар тауарҙарға ла номиналь хаҡ артты, әммә сағыштырма хаҡтарҙы алһаҡ, икмәккә ҡарағанда дәфтәрҙең һәм трамвайҙа йөрөүҙең хаҡтары артҡан, ә электр энергияһы, шырпы һәм һыраныҡы төшкән. Һуңғы йылдарҙа халыҡты борсоған “һыра алкоголизмы”ның сәбәбе булып эсемлектең осһоҙайыуы тора.
Халыҡты трактор, станок, карап һымаҡ тауарҙың хаҡы әллә ни ҡыҙыҡһындырмай, уны башлыса көн һайын үҙ кеҫәһенән түләп алған әйберҙеке борсой. Шунлыҡтан ул был тауарҙы үҙе алған килем менән сағыштыра. Килемдәрҙең иң мөһимен эш хаҡы тәшкил иткәс, ул был тауарҙарҙы үҙенең эш хаҡы менән сағыштыра.
Һарыҡ араһында арыҫлан булыуы еңел йәки Инфляциянан ҡурҡырға кәрәкме?Беҙ ҙә 1984 йылда 150 һум алған кешене бөгөн 20000 һум алған кеше менән сағыштырып ҡарайыҡ. Ошо йылдарҙа беҙ ҡараған алты тауарҙың өсөһөнә (икмәк, дәфтәр, трамвайҙа йөрөү) хаҡ артҡан, ә өсөһөнә (шырпы, электр энергияһы, һыра) – төшкән (2-се таблицаны ҡара).
Ошо ябай ғына анализ күрһәтеүенсә, “хаҡтар туҡтауһыҙ арта” тигән фекергә әллә ни ҡурҡып ҡарарға ярамайҙыр. Көндәлек тормошта барыбыҙ ҙа номиналь хаҡтар менән эш итеп өйрәнгәс, уларҙың артып тороуы күҙгә салынып бара. Ысынында хаҡтарҙың динамикаһы төрлө йүнәлештә һәм төрлө тиҙлектә бара. Ғөмүмән алғанда, эш хаҡы уларға ҡарағанда нығыраҡ артты, тимәк, тауарға хаҡтар төшә бара. Быны беҙ бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Бының өсөн бөгөнгө йәшәү кимәлен 1980 йылдар менән сағыштырыу ҙа етә – һәр ғаиләлә булған телевизор, машина, кейем-һалым, торлаҡ, һыуытҡыстарҙы ғына алып ҡарағыҙ: айырма бик ҙур. 1999 йылдан башлап йәшәү кимәле арта бара (диаграмманы ҡара).Һарыҡ араһында арыҫлан булыуы еңел йәки Инфляциянан ҡурҡырға кәрәкме?

Инфляция, хаҡтар артыуының ошо “йәшерен сере” тураһында дәүләт етәкселәре яҡшы беләлер, әммә ни сәбәптәндер ябай халыҡҡа аңлатып тормайҙар. Күп тигәндә кешегә әллә ни аңлашылмаған реаль эш хаҡының динамикаһы тураһында ғына даими хәбәр итәләр. Бөтә хикмәт хөкүмәткә үҙ граждандары алдында “эш күрһәтеүҙә” торалыр: номиналь хаҡтар артҡан саҡта халыҡҡа даими рәүештә эш хаҡын, пенсияны арттырып тороу отошлораҡ шул – “халыҡ мәнфәғәтен” хәстәрләүҙе күрһәтә бит. Халыҡтың күпселеген (35%) хаҡтар “артыуы” ҡурҡытып торғас, батыр булып ҡыланыу еңел шул…


Вернуться назад