26 майҙа республика Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙағы һәм Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы эшкә йомғаҡ яһаны.
— Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йәһәтенән башҡарылған бөтә ғәмәлдәр Башҡортостан халҡына файҙа килтерергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ваҡиғаларҙың бер яҡлы үҫеше хаҡында һүҙ юҡ, беҙ Башҡортостан бизнесының Ҡытайҙа эшләүенә булышлыҡ итергә бурыслы. Быны айырып әйтәм, сөнки Ҡытай эшҡыуарҙары беҙгә килергә, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары, йүнселдәре уларҙың биләмәһендә эшләргә тейеш.
Башҡортостан етәкселеге вәкилдәре Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сараларында, шулай уҡ ил Президенты үткәргән пленар ултырышта ла, Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин уҙғарған Рәсәйҙәге Инновациялы төбәктәр ассоциацияһы советының дөйөм йыйылышында ла әүҙем ҡатнашты.
Республика менән “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Пермь крайы, Һарытау өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. “Мәскәү банкы”, “Хевел” һәм “Авелар Солар Технолоджи” йәмғиәттәре етәкселеге менән дә һөйләшеүҙәр алып барылды.
Бынан тыш, Башҡортостан башлығы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Рогозин менән осрашты. Ул Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткән башланғыстарҙы хупланы, Хөкүмәт яғынан ярҙам вәғәҙә итте.
— Аҙна ваҡиғаларға бай, ҡатмарлы булды. Байтаҡ осрашыу ойошторолдо, бик күп мәсьәлә тикшерелде. Улар республикабыҙға файҙа килтерер, аныҡ һөҙөмтә алырбыҙ тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.