Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургта Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән “Үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә ышанысты нығытыу” халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты.
Артабан Башҡортостан башлығы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Генераль секретары Дмитрий Мезенцев үткәргән “Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы — иҡтисади һәм эшлекле бәйләнештәр киңлеге” сессияһында сығыш яһаны. Сарала ШОС илдәре делегациялары ҡатнашты, уларҙың иң ҙуры Ҡытайҙыҡы булды.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Аркадий Дворкович билдәләүенсә, фекер алышыу ил Президенты Владимир Путиндың Шанхайға сәфәре йомғаҡтарына бәйле уҙғарыла.
— Берлектәге эшебеҙ бәйләнештәрҙең һәм партнерлыҡтың яңы кимәленә сыҡты, — тине вице-премьер, сессияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. — Һуңғы йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы үҙ-ара эш итеү йәһәтенән иң мөһим майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде.
— ШОС илдәре үҙ-ара уртаҡ яҙмыш, дөйөм мәнфәғәттәр һәм яуаплылыҡ менән бәйләнгән, — тине үҙенең сығышында Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе урынбаҫары Ли Юаньчао. — Беҙ башҡа илдәрҙең мәнфәғәттәрен тулыһынса иҫәпкә алабыҙ. Киләсәктә Шанхайға хас тиң хоҡуҡлылыҡ рухын, иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, халыҡ-ара именлек өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк.
Дмитрий Мезенцев киләһе йәй Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары советы ултырышының Өфөлә уҙғарыласағы хаҡында белдерҙе һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовты сығыш яһарға саҡырҙы.
— Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренән делегацияларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Әлбиттә, ҙур эш башҡарыла. Ул планға, Рәсәй Президенты Хакимиәте кимәлендә билдәләнгән графикка ярашлы бара, — тине Рөстәм Хәмитов. — Минеңсә, ҡунаҡтарға Өфө бик оҡшар, беҙ эш өсөн яҡшы шарттар тәьмин итәсәкбеҙ.
Ул төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләһенә лә ҡағылды.
— Күптән түгел генә рәсми делегация составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булып ҡайттым. Беҙ был дәүләт төбәктәре менән бәйләнеш йәһәтенән ҙур эш алып барабыҙ. Цзянси провинцияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, Ляонин провинцияһы менән дә килешеү бар. Әле Рәсәйҙә һәм Ҡытайҙа тормошҡа ашырылырға тейешле проекттар буйынса шөғөлләнәбеҙ, — тине Башҡортостан етәксеһе. — Шулай уҡ Ҡаҙағстан өлкәләре менән бәйләнештәр булдырғанбыҙ, Һиндостан һәм Иран кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка ла партнерҙарыбыҙ иҫәбендә. Быларҙың барыһы ла Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы кимәлендә мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштермәҫ элек үк ошо йүнәлештә эште башлауыбыҙ хаҡында һөйләй. Тиҙҙән тәүге һөҙөмтәләр булыр, тип ышанам. Яңы предприятиелар, эш урындары барлыҡҡа килер, ҙур баҙарҙарҙа илдәребеҙҙең конкуренцияға һәләте артыр.