Бүребай урта мәктәбендә биология фәненән ун дүрт йыл буйы белем биргән Дилара Рәхмәтова ҡыйыу аҙым яһағанына һөйөнөп бөтә алмай. Күптәнге хыялы тормошҡа ашты - үҙ эшен асты.
Бала саҡтан аш-һыуға оҫталығы, тәмле аҙыҡтар әҙерләргә яратыуы был юлы ла ярҙам итә. Эште нимәнән башларға, ниндәй йүнәлеште һайларға тип уйлағанда, кондитер ризыҡтарын бешергәндә нисек булыр ине икән тигән фекер килә башына. Әммә Аҡъярҙа бындай кафеның булыуы теләгенән баш тартырға мәжбүр итә. Ниндәйҙер яңы эшкә тотоноу, берәүҙе лә ҡабатламау уйы һаман тынғы бирмәй. Орск ҡалаһындағы кафела пицца ашарға тура килә. Шул саҡ Дилара ире Эдуардтан: “Мин пицца бешерә алырмынмы икән?”– тип һорай. Ҡатынының ни әйтергә теләгәнен күҙ ҡарашынан аңларға өйрәнгән иптәше: “Әлбиттә!” – тип яуап ҡайтара.
Сит ҡаланан осоп тигәндәй ҡайта Дилара Рәхмәтова. Ҡайта ла, Интернет аша пиццерия буйынса мәғлүмәттәр ҡарай, унда шылтырата, бында кемдер менән кәңәшләшә. Ниһайәт, бизнес-план төҙөлә, бина табыла, яйлап пицца бешереү серҙәре өйрәнелә. Тәүәккәлдәргә уңыш үҙе йылмая тигәндәй, райондың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса программаһына ярашлы субсидия бүленә.
— Клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе – бина үҙенә саҡырып торорға тейеш, – ти йәш эшҡыуар. – Шуға тәүҙә ҡуртымға алған бинаны ремонтланым, аҙаҡ матур өҫтәл, ултырғыстар һатып алдым. Ырымбур ҡалаһынан пицца бешереү өсөн махсус ҡорамалдар ҡайтарттым.
Бөгөн “Пицца +” – халыҡтың иң яратҡан урыны. Күптәр бында телеңде йоторлоҡ ризыҡ тәмләү өсөн генә килһә, икенселәре дуҫтары менән осрашырға, өсөнсөләре хатта тыуған көндәрен билдәләргә йыйыла.
– Тәүҙә пицца әҙерләү менән генә булышырға уйлағайныҡ, әммә халыҡ быға әҙер булмай сыҡты, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Дилара Дамир ҡыҙы. – Шуға күрә башҡа тәм-томдо, башлыса шәреҡ тәмлекәстәрен бешерәбеҙ. Төшкө аш ваҡытында клиенттарҙың күбәйеүен иҫәпкә алып, хәҙер салаттар, ғөмүмән, төрлө аш-һыу әҙерләй башланыҡ.
Әйткәндәй, бөгөн хәйбуллалар Дилараның пиццаһын яратып өлгөргән, хатта район үҙәгенә яҡын ауылдарҙан да заказ килә. Көн һайын тиерлек йорттарына пицца килтереүҙе һорағандар күбәйә.
.