“Етеҙерәк ҡыймылдайыҡ”, — ти Рәмилә24.05.2014
“Етеҙерәк ҡыймылдайыҡ”, — ти Рәмилә
Ҡатын-ҡыҙҙың, ниндәй генә өлкәлә эшләһә лә,
һыр бирмәүенә әллә күпме инанған бар. Быны Ишембай ҡалаһы эшҡыуары Рәмилә Хисмәтуллина миҫалында йәнә раҫлай алабыҙ.



Ишембай нефть техникумын тамамлағас, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәтләндереүе идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫҡан ҡыҙҙы ҡабул итеүсе вазифаһына эшкә алалар. Ҡайҙа инде ул саҡта ошо өлкә менән 35 йыл ғүмерен бәйләрмен тип уйлау! Һынатмаҫҡа тырышып, белгес һөнәрен тиҙ үҙләштерә, яйлап халыҡ менән мөғәмәлә итергә өйрәнә. Алтын бөртөкләп йыйылғандай, тәжрибә лә көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт менән туплана бара.
Яратып өлгөргән эшен 1988 йылда Стәрлетамаҡтағы "Көнкүреш техникаһы" заводында технолог-инженер булып дауам итә. Булдыҡлылығын күреп, оҙаҡламай цех начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан "Рембыттехника" йәмғиәте директоры вазифаһын йөкмәтеүҙәренә бер кем дә ғәжәпләнмәй, сөнки ошо өлкәне биш бармағындай белгән кешене тағы ҡайҙан табаһың?
Заман үҙгәргән, талаптар артҡан һайын, предприятиены ла яңыртырға, алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырырға, яңы төр хеҙмәттәр күрһәтергә тура килә. Быларҙы атҡарыу ҙа Рәмилә Хисмәтуллина иңенә төшә.
Ә ул — етәксе генә түгел, ике бала әсәһе лә. Улы Шамил менән ҡыҙы Раушания ата-әсәһенең эшһөйәрлеген күреп, матур өлгө алып үҫә. Хәҙер улар үҙҙәре ғаилә ҡорған, ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләй.
Рәмилә Сәхиулла ҡыҙының "Рембыттехника" йәмғиәтенә етәкселек итеүенә — тиҫтә йыл. Коллективы ҙур түгел, әммә был яуаплылыҡ аҙ тигәнде аңлатмай, сөнки кешеләр менән эш иткәндә ваҡ-төйәк мәсьәлә юҡ. Магазин кәштәләре тауарҙарҙан һығылһа ла, өйөңә килтереп бирергә әҙер торһалар ҙа, оҫталарҙың алтын ҡулына ышанып килеүсе байтаҡ әле. Аяҡ кейемен, ҡатмарлы көнкүреш техникаһын да йүнәтәләр, компьютер һәм телевизорға ла "йән" өрәләр, тегеү цехы ла буш тормай.
— Район хакимиәте эшҡыуарҙарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, ҡалғаны үҙебеҙгә бәйле. Яҡты көндәрҙе көтөп ултырырға түгел, ә эш асырға тырышырға, етеҙерәк ҡыймылдарға кәрәк, — тип Рәмилә Сәхиулла ҡыҙы кәңәш биреп, дәртләндереп тә ҡуя.


Вернуться назад