Күңеле көрҙөң эше көйлө19.01.2012
Күңеле көрҙөң эше көйлөБашҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фердинанд Арыҫланов етәкселегендәге “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә алдынғы хужалыҡтарҙан һанала.
Ныҡлы әҙерлек булғас, мал ҡышлатыу бында яҡшы бара, йәй капиталь ремонт та үткәрелгән. Аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Бесән, һалам, ҡатнаш аҙыҡ мал алдынан өҙөлмәй.
– Хужалыҡта бөгөн 560 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 248-е – һауын һыйыры. Әле иң ҡыҙыу осор, тәүге быҙауҙар алабыҙ, – ти ферма мөдире Венера Ғәлимова. – Малсыларҙың күңеле күтәренке, эшкә дәртләнеп йөрөйҙәр, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә.
Йәмғиәттә малсылыҡ тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Етәкселек киләсәктә мал һанын тағы ла арттырыу маҡсаты менән янып йәшәй, бының өсөн хужалыҡта ныҡлы нигеҙ булдырылған. Тоҡомсолоҡ эшен дә яйға һалғандар. Йыл һайын көтөүҙе таналар менән яңырталар. Бөгөн хужалыҡ етештергән продукцияһын Тәтешле һөт заводына оҙата.
Күңеле көрҙөң эше көйлөФерма мөдире Венера Нурихан ҡыҙы Ғәлимова хужалыҡ йөгөн егелеп тартыусы фиҙакәр хеҙмәткәрҙәрҙе лә маҡтап телгә алды. Һауынсылар Фәйрүзә Нурмөхәмәтова, Айгөл Ҡужахмәтова, Гөлфая Хәсбиева, Эльмира Камалова йылына һәр һыйырҙан 5-6 мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкән. Быҙау ҡараусыларҙың, көтөүселәрҙең эшенән дә ҡәнәғәт. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте арҡаһында йәмғиәт районда иң тәүгеләр рәтендә килә лә инде.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.


Вернуться назад