Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың илебеҙҙең иҡтисади үҫешендә өлөшө ҙур: халыҡҡа эш урындары булдырыла, түләнгән һалым иҫәбенә урындағы бюджет тулыландырыла... Шуға ла был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең именлеген хәстәрләү дәүләт етәкселегенең мөһим бурысы булып тора. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡҡа иғтибарҙы көсәйтеү, уңайлы шарттар булдырыу мөһимлеген билдәләп үткәйне. Ошо көндәрҙә Татарстандың Дәүләт Советы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Туймазы ҡалаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
– Ут күршебеҙ Татарстан менән беҙ һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәбеҙ, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин. — Бер-беребеҙҙең уңышына ҡыуанып, дуҫтарса кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Уртаҡлашаһы фекерҙәребеҙ ҙә, бүлешәһе тәжрибәбеҙ ҙә етерлек. Ә инде закон сығарыусылар өсөн бындай аралашыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов белдереүенсә, һуңғы осорҙа төбәктең иҡтисади хәле күпкә яҡшырған. Хәҙер эшҡыуарҙарҙан килгән һалым район бюджетының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Быны ул йәлеп ителгән инвестицияның артыуына бәйләне.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың алға китеше күҙәтелһә лә, был өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ икән. Кәңәшмәгә килгән предприятие етәкселәре эшмәкәрлеккә йыш ҡына аяҡ салған проблемалар хаҡында белдерҙе. Берәүҙәр кредиттың юғары процент менән бирелеүенә зарланды, икенселәре дәүләт тарафынан финанс ярҙамының етерлек кимәлдә булмауы, аҙым һайын бюрократик кәртәләргә төртөлөүҙәре хаҡында әсенеп һөйләне. Тейешле белгестәрҙең етмәүе, электр энергияһына һәм йылытыуға хаҡ артыуы ла бәкәлгә һуға, тинеләр.
Был көндә халыҡ вәкилдәре Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларының алдынғы сәнәғәт һәм етештереү предприятиеларының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Депутаттар әйтеүенсә, бындай эшлекле һөйләшеүҙәр закон сығарыусылар өсөн бик кәрәк. Кәңәшмәлә белдерелгән теләк-тәҡдимдәр киләсәктә иғтибарға алынып, закондарҙы камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Марат Ғәлиев, Татарстан Дәүләт Советының иҡтисад, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе: – Былтыр республикабыҙҙың Яр Саллы ҡалаһында бергәләшеп ошондай кәңәшмә үткәргәйнек. Бөгөн иһә Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡ менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Был өлкәлә минең етерлек тәжрибәм бар, күп кенә урындарҙа булырға тура килде. Ә бына Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларындағы преприятиеларҙың матди-техник базаһы ҡыуандырҙы. Улар Европа етештереүселәре менән бер кимәлдә тора. Шуныһы һөйөнөслө: ике республиканың етәкселеге, был тармаҡтың мөһимлеген аңлап, эшҡыуарлыҡҡа айырыуса ҙур иғтибар бүлә.