Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Ляонин провинцияһында Телин ҡалаһы мэры Лин Кванг менән осрашты.
Сара барышында берлектәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре, атап әйткәндә, Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ауыр ҡорамалдар етештереү буйынса Рәсәй-Ҡытай заводын төҙөү проекты тикшерелде. Уны Телиндағы “Хайчен Нефтемаш” компанияһы тормошҡа ашырасаҡ.
— Тикшерелгән проект — Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлектең башланғыс нөктәһе ул. Иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн артабан да ныҡлы эшләрбеҙ, тип ышанабыҙ, — тине Лин Кванг.
— Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн бик мөһим. Тәүге аҙым яһалды, — тине Рөстәм Хәмитов.
Телин — нефть машиналары эшләү һәм металлургия үҙәге. Шулай уҡ алға киткән ауыл хужалығы, экологик туризм йәһәтенән дә танылыу яулаған.