Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытайға рәсми сәфәренә ярашлы, Шанхайҙа Башҡортостан Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Цзянси губернаторы Лу Синьше ҡултамғалары менән нығытты.
Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре дәүләт рәйесе Си Цзиньпиндың саҡырыуы буйынса ойошторолдо. Сәфәр барышында мөһим хөкүмәт-ара, ведомство-ара һәм коммерция документтарына ҡул ҡуйылды.
Бөгөн Рәсәй Президенты Азияла үҙ-ара эш итеү һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең дүртенсе саммитында ҡатнаша.