Мал көткән ашҡа туйыр17.05.2014
Мал көткән ашҡа туйыр
Шөғөлөң булыуы һәм хеҙмәт хаҡын ваҡытында алыу – ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме ошолар. "Октябрь" ауыл хужалығы етештереү предприятиеһында иһә был тәңгәлдә һәммәһе лә көйләнгән: Кавказ, Болғар һәм Иҫке Ҡалмаш ауылдары халҡы тулыһынса эш урыны менән тәьмин ителгән, аҡсаһын да һуңлатмай түләйҙәр.

Хужалыҡ етәксеһе Альберт Мусин белдереүенсә, оҙон ҡыш буйы техниканы ремонтлағандар, запас частар хәстәрләгәндәр. Трактор һәм машиналарҙың һәр береһе төҙөк. Әйткәндәй, автопаркты яңыртыу ҙа — улар өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Яҙ башланғас та, бөтә көстө ашлама ташыуға йүнәлткәндәр.
Предприятие үҙенең ҡарамағындағы һөрөнтө ерҙәрҙе тейешенсә эшкәртә, көҙҙән сәселгән ужым бойҙайы матур ҡышлаған. Быйыл иген культуралары ҙурыраҡ майҙанды биләйәсәк. Әле баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш гөрләй. Киләсәктә табыш килтерә торған һәм баҙарҙа ихтыяж тыуҙырған культураларҙы күпләп үҫтерәсәктәр.
– Һәр ойошма яңылыҡҡа ынтылған кеүек, беҙ ҙә төрлө алымдар ҡулланыу яғында, быны хәҙерге заман үҙе талап итә, – ти Альберт Фидай улы. – Минеңсә, малсылыҡҡа күп көстө йүнәлтеү – тик файҙаға ғына. Байтаҡ ғүмеремде ауыл хужалығы менән бәйләгән кеше булараҡ әйтәм: әгәр яҡшы ойоштора белһәң, һөттән дә табыш килә. Уны "Саҡмағош һөт заводы" йәмғиәтенә тапшырабыҙ.
Улар бер нисә йыл элек "500 ферма" республика программаһына ингән. Хәҙер һауын аппараты автоматик рәүештә йыуыла, һөт үткәргес аша мискәгә ҡойола. Элек был турала хыяллана ғына торғайнылар.
Хужалыҡтағы һәр хеҙмәткәр – үҙ эшенең оҫтаһы, даими эшләгәндәр – егерменән ашыу кеше, йәй иһә хеҙмәткәрҙәр һаны арта. Агроном Әлиә Кашаева, мал табибы Миңлебай Ибәтуллин, йәш белгес булараҡ, бында эш башлаған. Баш зоотехник Әхнәф Хәзиев, ферма мөдире Илфат Йосопов, һауынсылар Зөлфирә Рафиҡова, Гүзәл Бикбатырова, — һәммәһе лә үҙ бурыстарын яуаплы атҡара.



Вернуться назад