Халыҡтың көнкүрешен еңеләйтәләр17.05.2014
Өфөләге Конгресс-холда “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 60 йыллығы айҡанлы юбилей тантанаһы уҙҙы.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, 60 йыл элек төбәктә Туймазы — Өфө — Черниковка тәүге газ үткәргесе сафҡа индерелә, шул осорҙа бөтә республикала үҫештең яңы этабы башлана. Һуңыраҡ, 1960 йылдарҙа, төбәктә Бохара — Урал магистраль газ үткәргесе трассаһы һалына. Уның аша Үзбәкстандағы ятҡылыҡтан тәбиғи газ килә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында ете трансконтиненталь газ үткәргестең бишәүһе республика буйлап үтә.
— Көньяҡ энергетика коридорының Башҡортостан биләмәһенән үтеүе республикабыҙҙың энергетик именлеген арттырып ҡына ҡалманы, шулай уҡ ауыл-ҡалаларға газ үткәреүгә этәргес бирҙе, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте социаль объекттарының республика өсөн әһәмиәтен билдәләне. Уның әйтеүенсә, йәш быуын өсөн уңайлы мөхит булдырыу, балалар спортына һәм ижадына булышлыҡ итеү буйынса хәйриә проекттары республиканың бөтә ҡала һәм райондарында тиерлек тормошҡа ашырыла. Предприятие торлаҡ йорттар, балалар баҡсалары, спорт-һауыҡтырыу комплекстары, майҙансыҡтар төҙөй.
Рөстәм Хәмитов йәмғиәттең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың Почет грамоталарын тапшырҙы, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр бирҙе.


Вернуться назад