Ҡала төҙөлөшө, архитектура, иҡтисад һәм ҡалаларҙы стратегик планлаштырыу өлкәһендәге Мәскәү урбанистик форумы илдә 2011 йылдан башлап үткәрелә. Халыҡ-ара конференция Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында быйыл да ойоштороласаҡ. Тәүгеләрҙән булып бындай сара Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарылды. «Өфө иртәгә: ыңғай үҙгәрештәр инструментарийы» конференцияһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Үҙенең сығышында төбәк башлығы республика һәм баш ҡала биләмәләрен комплекслы үҫтереү темаһына, шулай уҡ халыҡты борсоған ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталып үтте. Өфө өсөн, тәү сиратта, был – экологик именлек, транспорт системаһы, ҡаланың үҙәк өлөшөн һаҡлап ҡалыу, ял парктарын булдырыу мәсьәләләре.
Конференцияның пленар өлөшөндә шулай уҡ билдәле сит ил эксперттары – «Future Places» компанияһына нигеҙ һалыусы һәм уның директоры Хуан Карлос Беллосо (Барселона), «Erasmus» университетының ҡалаларҙың конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү кафедраһы мөдире Роналд Уолл (Роттердам), «Systematica MLad» компанияһының транспорт буйынса проекттар етәксеһе Лука Гуала (Кальяри) – сығыш яһаны. ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан бындай тәжрибә айырыуса файҙалы: белгестәр ғәҙәти булмаған проектлау алымдары, транспорт өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштар, власть менән ҡала халҡының үҙ-ара уңышлы эш итеү механизмдары тураһында һөйләне. Артабан эш «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә дауам итте. Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Новосибирск ҡалаларынан белгестәр ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.