Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Лилиә Мәжитованы республика иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Лилиә Марс ҡыҙы Мәжитова 1958 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү технология институтын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.
1980—2000 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалында кафедра ассистенты, Өфө технология сервис институты кафедраһында өлкән уҡытыусы, ошо уҡ институттың Бөрө факультеты деканы, Бөрө координация үҙәге директоры булып эшләгән. 2001—2007 йылдарҙа — Бөрө ҡалаһы һәм районының хакимиәт башлығы урынбаҫары. 2007 йылдан әлегә тиклем — Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары.