Бүҫкә ҡаҙна тирәләй: яңы сығанаҡтар кәрәк14.05.2014
Рәсәй Финанс министрлығы Һалым кодексына етди төҙәтмәләр индереү тураһында закон проекты әҙерләгән, тип хәбәр итә “Российская газета”. Документҡа ярашлы, ҡул аҫтында эшләүселәрҙән йән башына күпме һалым тотоуы хаҡында урындағы инспекцияға дөрөҫ мәғлүмәт тапшырмаһа, эшҡыуарға айына 5 мең һум штраф һалыныуы ихтимал. Тейешле һалым бөтөнләй тотолмаһа йәки алынып еткерелмәһә, штраф шул сумманың 20 процентын тәшкил итә. Бындай законһыҙлыҡ бер нисә тапҡыр күҙәтелһә, штраф күләме икеләтә арттырылып, 40 процентҡа етеүе ихтимал.


“Һоро” эш хаҡы

Ҡаҙна етди проблемалар кисерә, һуңғы осорҙағы ваҡиғалар, айырыуса Ҡырым менән бәйлеләре, уларҙың артабан тағы ла киҫкенләшеү ихтималлығы тураһында уйланырға мәжбүр итә. Владимир Путиндың өсөнсөгә Рәсәй Президенты булып һайланыу менән бәйле ҡул ҡуйған һәм бер нисә триллион һумлыҡ сығым талап иткән указының ғәмәлгә ашырылып етмәүе лә юғары власть даирәләрендә етди борсолоу уята. Яңыраҡ ил башлығы тап ошо хаҡта Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев менән осрашып һөйләште. Тиҫтәләрсә миллиард долларҙың Рәсәйҙә урын тапмай, сит илдәргә сығарылыуы был ауыр хәлде ҡатмарлаштыра, яңы сығанаҡтар эҙләргә мәжбүр итә.
Хөкүмәт “үтә күренмәле” эш хаҡы тураһында хәҙер ун биш йыллап һөйләй, тип дауам итә федераль хөкүмәт гәзите. Ләкин хәл үҙгәрешһеҙ ҡала – эшҡыуарҙар хеҙмәт хаҡын “конвертта” түләүҙән баш тартырға йыйынмай. Ни өсөн? Был һорауға баҫмала яуап күренмәй, хатта белгестәр фекеренә лә һылтанма юҡ. “Новые известия” гәзитенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр 500 мең эшҡыуар төрлө сәбәп арҡаһында кәсебен туҡтатырға мәжбүр булған. Быйыл ғинуар-февралдә ундайҙар сафы тағы ла 10 эшҡыуарға артҡан. Сәбәптәр бер нисәү: һалымдар юғары, эшҡыуарҙар фекеренсә, хеҙмәткә түләү фондының 47 процентын төрлө һалым-йыйымдар йотоп тора; ваҡ эшҡыуарҙар дәүләт заказына иҫәп тота алмай, сөнки шарттары бик ауыр; йыш ҡына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең “көтөлмәгән визиты” йонсота.

Министр хаҡлы: ғәҙел түгел...

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эшләп йөрөүселәрҙең һәр бишенсеһе (Рәсәй хеҙмәт инспекцияһы сығанаҡтары буйынса – 7-8 миллион) хеҙмәт хаҡын “конвертта” ала. “Һалымдарҙы намыҫ менән түләгән граждандар иҫәбенә генә социаль йөкләмәләрҙең үтәлеше ғәҙел түгел”, – ти министр Максим Топилин. Эйе, ике яҡ та закон боҙа: һалым түләүҙән ҡасҡан эш биреүсе лә, үҙенең социаль статусына ошондай мөнәсәбәт менән килешкән эшкә ялланыусы ла. Һуңғыһы был ризаһыҙлығын пенсия йәшенә еткәс йәки эштән ҡыуылғас ҡына иҫенә төшөрә.
Кемде тәртипкә нығыраҡ саҡырырға һуң? Эш биреүсенеме әллә эшкә ялланыусынымы? Закон буйынса тәүге яуаплылыҡ эш биреүсегә йөкмәтелгән. РФ Конституцияһының 57-се статьяһы буйынса ”билдәләнгән һалым һәм йыйымдарҙы һәр кем түләргә бурыслы”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандарының һәр бишенсеһе генә Төп Закон менән таныш йәмғиәт өсөн был – бик ауыр проблема! Рәсәй Хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловецтың “Российская газета”ға биргән аңлатмаһынан күренеүенсә, улар, хәлде тик эшкә ялланыусының үҙ хоҡуҡтарын ныҡышмалы яҡлауы һөҙөмтәһендә генә төҙәтергә мөмкин, тип иҫәпләй. Аңлашыла кеүек, сөнки төрлө социаль яҡлауға, айырыуса лайыҡлы пенсияға хеҙмәткәр үҙе күберәк мохтаж бит.
Әммә өмөттөң аҡланырына ышаныс бик самалы. Беренсенән, рәсәйҙәр бындай юл менән эш итергә күнекмәгән генә түгел, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеренә лә көслө шик белдерә. Икенсенән, был осраҡтан һуң уның эшһеҙ йөрөйәсәгенә шикләнмәҫкә мөмкин, беҙҙә үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белгән принципиаль кешеләр менән хеҙмәттәшлек итергә теләгәндәр юҡ иҫәбендә. Өсөнсөнән, күрәләтә эшкә алмаған өсөн һалынған 5 мең һум штраф ҡына етәксене закондан тайпылмаҫҡа мәжбүр ҡылырмы? Улар миллион һумдар менән эш итә бит.

...һәм депутат та

Бәлки, проблеманы хәл итеүҙең башҡа законлы юлы барҙыр? Дәүләт Думаһының Хеҙмәт буйынса комитеты рәйесе Андрей Исаевтың фекеренә ҡарағанда, иң түбән эш хаҡының йәшәү минимумынан да кәм булыуы эш биреүселәргә төрлө һалым һәм йыйымдарҙан ялтанырға һылтау булып тора ла инде. Бындай хәлгә артабан түҙергә мөмкин түгел, тип ризаһыҙлыҡ белдерә депутат. Кемдәр ҡамасаулай һуң – халыҡ вәкиленән яуап ишетелмәй.
Рәсәйҙә һалым тармағының камил түгеллеге донъя илдәренә яҡшы билдәле, сит ил инвесторҙары ла был турала даими әйтә килә. Тимәк, был йәһәттән ғәйеп Федераль Йыйылыш депутаттарында, сөнки федераль закондарҙы улар ҡабул итә бит. Дөрөҫ, уларҙың ғәйепте йәмәғәтселеккә ауҙарырға тырышыуы ла сер түгел: имеш, Рәсәй граждандары быға әҙер түгел. Ләкин камил һәм ғәҙел закон өсөн был ғына етди сәбәп була алмай. Власть шуның өсөн дә власть: уның закондарының үтәлеүе мотлаҡ! Эйе, тик тап ошо тәңгәлдә бер әтнәкә бар. Ватаныбыҙҙа эш итеп килгән мөһим закондар халыҡ вәкилдәре мәнфәғәтенә бер нисек тә ҡағылмай, сөнки депутаттар айырым, үҙҙәре өсөн генә булдырылған ҡағиҙәләр буйынса йәшәй. Рәсәй Конституцияһының 3-сө пунктында нығытылғанса, “Рәсәй Федерацияһында берҙән-бер власть вәкиле булып уның күп милләтле халҡы иҫәпләнә” тигән ҡанунды депутаттар шәхсән үҙҙәренә ҡағыла тип ҡабул итә кеүек.


Вернуться назад