Янған “Европа” өсөн түләгәндәр19.01.2012
Үткән аҙнала, ниһайәт, техник күҙәтеүгә хаҡтар асыҡланды. Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәрҙә улар элеккегә ҡарағанда арзаныраҡ буласаҡ. Шулай уҡ хәҙер транспорт һалымын да автоһәүәҫкәрҙәр “онлайн” режимында ғына асыҡлай аласаҡ.

Бензинға хаҡты арттырыуға ҡаршылар

Нигерияның президенты Гудлак Джонатан илдәге сыуалыштарҙы бөтөрөү ниәтенән бензинға хаҡты ҡабаттан төшөрөргә бойорған. Хәҙер бензиндың литры 97 найр (0,6 доллар) тәшкил итәсәк. Был элекке хаҡтан 35 процентҡа кәмерәк.
Халыҡтың ризаһыҙлығын яғыулыҡҡа субсидияның бөтөрөлөүе тыуҙырған. Шул сәбәпле бензинға хаҡ ике тапҡырға артып, 64 найрҙан 150-гә тиклем еткән. Үҙ сиратында был башҡа тауарҙарға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына ла килтергән. Ил етәкселегенең был аҙымына түҙмәй, күптәр урамға сығырға мәжбүр булған. Илдең төрлө төбәктәрендә сыуалыштар башланған.
Джонатан, профсоюз етәкселәре менән һөйләшеүгә барһа ла, митингтарҙы ни бары бер көнгә генә туҡтатыуға өлгәшә алған. Улар дауам ителер тип көтөлә. Бигерәк тә нефть тармағы профсоюздарының сығышы ҡатмарлылыҡ тыуҙырған, улар “ҡара алтын” сығарыуҙы туҡтатыу менән ҡурҡыта. Тәүлегенә 2,4 миллион баррель нефть сығарған Нигерияның иҡтисадына ул саҡта ҙур хәүеф янай. Был үҙ сиратында донъя иҡтисадына йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Әйткәндәй, митингка сығыусыларға ҡушылырға теләк белдереүселәр артҡандан-арта бара.
Нигериялағы был ваҡиғалар үткән аҙнала башланғайны. Сәбәбе – ил етәкселегенең нефть һатыусы компанияларға әлегә тиклем бирелгән субсидияларҙы бөтөрөү тураһындағы ҡарары. Хөкүмәт шулай итеп бюджетты өҫтәмә рәүештә 8 миллиард доллар менән тулыландырырға теләгән. Әммә был сара кире эҙемтә биргән – яғыулыҡ станцияларында бензинға хаҡ ҡапыл күтәрелгән. Хәҙер ил етәкселеге быға ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сыҡҡан ватандаштарын нисек тынысландырырға белмәй йөҙәй.

450 һумға – техник күҙәтеү

Техник күҙәтеү тураһындағы яңы закон 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инһә лә, Рәсәй властары был хеҙмәткә хаҡтарҙы яңыраҡ ҡына раҫланы. Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәр буйынса асыҡлыҡ һаман да юҡ әле. Әлегә техник күҙәтеүгә иң юғары хаҡ Мәскәү өлкәһендә – бында ул 1040 һумға тиклем еткән. Икенсе урында – Приморье (996,82 һум), өсөнсөлә – Санкт-Петербург (881 һум). Уларҙан ҡала Магадан өлкәһе килә, бында техник күҙәтеү өсөн 669 һум алалар, ә бына Краснодарҙа хаҡ — 651 һум.
Әгәр Мәскәү өлкәһе техник күҙәтеүҙең хаҡтарын асыҡлаһа, баш ҡалала һаман элекке хаҡ – 690 һум. Уны бары апрель айында ғына арттырыу күҙҙә тотола.
Башҡортостанда иһә еңел автомобилгә техник күҙәтеүҙең хаҡы 450 һумдан артмаясаҡ. Быға тиклем автоһәүәҫкәрҙәр 650 һумға тиклем түләргә мәжбүр ине. Ә 3,5 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы йөк машинаһы өсөн – 480, пассажир автобусына 810 һум түләргә тура киләсәк.
Яңы законға ярашлы, хәҙер ЮХХДИ-ға бер ҡағылышы булмаған өр-яңы техник күҙәтеү пункттары барлыҡҡа килһә лә, элеккеләре лә эшләүен дауам итәсәк. Хаҡтарын арзан тип әйтеп булмаһа ла, улар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡаласаҡ. Бөтөн ил буйынса шундай 119 пунктта элекке кеүек 300 һум дәүләт пошлинаһы алынасаҡ, бынан тыш, яҡынса шундай уҡ хаҡты техник тикшереү өсөн дә түләргә кәрәк буласаҡ.
Тағы ла бер шәп яңылыҡ: хәҙер транспорт һалымын “онлайн” режимында асыҡларға мөмкинлек буласаҡ. “Калькулятор” Башҡортостан буйынса федераль һалым хеҙмәте идаралығы тарафынан эшләнгән. Әйткәндәй, был транспорт һалымы республика бюджетын ғына тулыландыра. 2011 йылдан двигатель ҡеүәте 100 ат көсө тәшкил иткән автомобиль хужаларының һалымы һәр ат көсө өсөн 7,5 һумдан 5,5 һумға тиклем кәмене. Мәҫәлән, ВАЗ-2106 автомобиле хужалары калькулятор иҫәбенә ярашлы 2012 йыл өсөн 440 һум һалым түләйәсәк.

“Европа”ға — 99 миллион һум

Өфөнөң иң ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһе булған “Европа”лағы былтырғы янғынды күптәр хәтерләйҙер әле. Был бәлә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Ҡазала йәш кенә ҡыҙ менән һаҡсы егет һәләк булғайны, тағы ла бишәү төрлө йәрәхәт менән дауаханаға эләкте.
“Европа” 2007 йылда асылды, уның дөйөм майҙаны — 10 мең квадрат метрҙан ашыу. Дүрт ҡатлы бинала магазиндар, ресторан, ҡәһүәхана, сауҙа һәм күңел асыу майҙандары урын алды. Беренсе ҡатта төнгө клуб та төҙөлә башлаған булған. Янғын бинаның 1200 квадрат метрын көлгә әйләндерҙе.
Яңыраҡ “Росгосстрах” компанияһының Башҡортостандағы филиалы “Европа”лағы янғындан зыян күргән өсөн уның хужаларына 99 миллион һум күләмендә аҡса ҡайтарған.
– Күптәр бындай бәлә-ҡазаның тик иҫке биналарҙа ғына булыуы мөмкин тип иҫәпләй. Ә яңыларының хужалары нигеҙҙә башҡаларҙан янаған хәүефте страховкалап тыныслана. Әммә был осраҡта ҡазаның янғынға ҡаршы бөтә ҡағиҙәләргә яуап биргән, заманса техника менән йыһазландырылған яңы бинала сығыуы күптәрҙе уйланырға мәжбүр итә. Әйткәндәй, сауҙа үҙәктәрендә бындай хәлдәр офистарға ҡарағанда күпкә йышыраҡ була. Быны “Европа”лағы янғын да раҫлай. Шуға ла бөтә хәүефтән дә мөлкәтте тулыһынса страховкалау ихтыяжы арта, – ти “Росгосстрах”тың Башҡортостандағы филиалы директоры Юрий Шпизель.

Икенсел торлаҡ ни өсөн ҡиммәт?

Ә бына икенсел торлаҡҡа хаҡтар арта. Өфөлә уларҙың квадрат метры 11-12 процентҡа күтәрелгән. Был турала “Фатирҙар донъяһы” порталы хәбәр итә. Ҡазан, Пенза, Смоленск, Тольятти, Воронеж, Белгород ҡалаларында ла хаҡтар Башҡортостандың баш ҡалаһы менән бер кимәлдә икән. Уларҙа үҫеш 10 — 14 процент самаһы тәшкил итә.
Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса иң ҡиммәтле фатирҙар һаман да Мәскәүҙә. Бында торлаҡтың квадрат метрына уртаса 180 мең һумдан ашыу һорайҙар. Уларҙан һуң Санкт-Петербург (88 138 һум) менән Мәскәү (71 677 һум) өлкәһе килә. Әммә хаҡтар бында ни бары 7-8 процентҡа ғына артҡан.
Ни ғәжәп, торлаҡҡа хаҡтар төшкән ҡалалар ҙа бар икән! Новокузнецк, Курск, Ульяновск, Хабаровск, Томск ҡалалары – шундайҙар иҫәбендә. Мәҫәлән, Томскиҙа фатирҙың квадрат метрына хаҡ 41 048 һумға тиклем, йәғни 9 процентҡа төшкән.

Өфөлә фатир һатып алыу мөмкинлегегеҙ бармы?

Хәлиҙә ИШКИНА, ике бала әсәһе:
– Мөмкинлегем юҡ шул, булһа күптән алған булыр инем. Шуға ла әле ятаҡта көн итергә мәжбүрбеҙ. Эш хаҡым аҙ, ике бала үҫтерәм, ярҙам итерлек туғандарым да юҡ. Эшләгән бөтә аҡса аҙыҡ-түлеккә, транспортҡа китеп тик тора. Ә фатирға хаҡтар юғары, хыялланырлыҡ та түгел.

Ирек Хәлилов, эшсе:
– Бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡы менән баш ҡалала бер бүлмә һатып ала алһаң да яҡшы. Фатирҙарҙың да хаҡы ҡот осҡос, ипотекаға ла инермен тимә. Төҙөлгәндәрен алам тиһәң дә ҡурҡыныс, хәҙер алданған өлөшсөләр ҙә күбәйҙе.

Фәнил Ғүмәров, эшҡыуар:
– Хәҙер мөмкинлегем бар, әммә миңә быға тиклем фатирҙы ҡуртымға алып йәшәргә, бер нисә йыл аҡса тупларға тура килде. Әммә беҙҙәге хаҡтар ғәжәпләндереүҙән туҡтамай инде. Ишетеүемсә, сит илдәрҙә бындай аҡсаға диңгеҙ буйында йорт һатып алырға була. Төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар менән дә аралаштым, улар күп фатирлы йорт төҙөү сығымдарының ҙур булыуына зарлана. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә һаман да шул һатып алыусының кеҫәһенән сыға ла инде.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад