Ибрайға — мәҙәниәт йорто, Сирғолға күпер кәрәк13.05.2014
Ейәнсура районының Байдәүләт ауыл Советы хакимиәте миллион ярым һум аҡса алыу мөмкинлеге биргән проектта еңеү өсөн берҙәм эш башлаған. “Бөтә донъя банкы” ойошторған был сара халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота.

— Проект 4 мартта башланды, — ти биләмә хакимиәте башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов. — Асылы шунда: “Бөтә донъя банкы”ның “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” тигән программаһына ярашлы, ауыл хакимиәттәре халыҡты борсоған ниндәйҙер мәсьәлә буйынса проект төҙөп тәҡдим итә. Беҙҙекеләр дөйөм йыйылышта Ибрайҙағы мәҙәниәт йортон ремонтлау, Сирғолда күпер төҙөү мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостанда был программа беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Пилот проектында төбәктең көньяғындағы ете райондың 110 тирәһе ауыл хакимиәте ҡатнаша.


Вернуться назад