Урмандарыбыҙ мәңгелекме?10.05.2014
Урмандарыбыҙ мәңгелекме?Өлгөргән ағас киҫелергә, яңыһы ултыртылырға тейеш

Ерҙең йәшел ҡалҡаны — урман, тибеҙ. Ҡалҡан ғына түгел, Хоҙайҙың тәбиғәткә булған иң ҙур бүләге ул. Бар тереклек, һулар һауабыҙ уға бәйле. Шул уҡ ваҡытта ошо йәшәйештең бер өлөшө булған иҡтисад та. Баҙар шарттарына ныҡлы аяҡ баҫҡас, был өлкә һис тә ситтә ҡалмай. Ошо йәһәттән ҡарағанда, Рәсәйҙең урман хужалығы тармағы бөгөн ни хәлдә, артабан нисек булырға тейеш? Эшкәртеү сәнәғәте, йәшеллекте һаҡлау йәһәтенән башҡа илдәрҙә эш ҡайһылай ҡуйылған?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға тырышып, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ менән БДАУ-ның тәбиғәтте рациональ файҙаланыу институты директоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы Камил Мәхмүт улы ҒӘБДРӘХИМОВ "түңәрәк өҫтәл" янына ултырҙы.


Урмандарыбыҙ мәңгелекме? Илдар ҒӘБИТОВ:
— Баҙар иҡтисадына күскәс, башҡа тармаҡтар шикелле, урман хужалығы ла яраҡлашырға тейеш. Советтар Союзы осоронда булған ҡанундар бөгөнгөгә тап килмәй. Шуға ла ике тапҡыр Урман кодексы ҡабул ителде, һуңғыһы – 2005 йылда. Башҡа тармаҡтар менән сағыштырғанда, урман хужалығын көйләүсе төп документ йыш алмашынып торманы, шулай ҙа ике кодекс араһындағы тиҫтә йылға ла тулмаған арауыҡ бик күп түгел: тәүге закон эшләй ҙә башламаны тиерлек, һуңғыһы ҡабул ителде.
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Эйе, баҙар иҡтисадына күскән ваҡытта элекке кодекс заман талаптарына тура килмәй ине. Шуға яңыһы ҡабул ителде, сөнки тәүгеһе буйынса бик күп бәхәс булды. Башлыса юристар, иҡтисад белгестәре тарафынан әҙерләнгән ҡануниәт менән урмансылар бигүк килешмәне. Иң ҙур үҙгәреш урмандарҙы ҡуртымға бирергә рөхсәт булды.
— Ә донъя практикаһында был мәсьәлә нисегерәк ҡуйылған?
— Беҙҙә 49 йылға арендаға биреп була. Донъя практикаһына килгәндә, урманда дүрт төрлө милекселек бар: дәүләттеке, шәхси, коллектив һәм төп халыҡтарҙыҡы. Беҙҙең Урман кодексында бер генә милекселек ҡаралған — федераль. Коллектив та юҡ, элекке совхоз, колхоз тигәндәре лә федераль милекселеккә кереп китте. Баҙар шарттарына яраҡлаштырыу өсөн аренда ғына бар. Беҙҙең уйлауыбыҙса, Урман кодексына тағы үҙгәреш индерерҙәр, сөнки аренда менән генә эш сығарып булмай. Донъяла урмандың 70 проценты шәхси милектә, ә беҙҙә 100 процент дәүләткә ҡарай. Улай алға бара алмаҫбыҙ ул. Шуны әйтергә кәрәк: бөгөн Башҡортостанда ғына ла урмандың 25 проценты ҡуртымға бирелгән. Бөтәһе 1600-ҙән ашыу арендатор бар: 150-һе – киҫеү-ағас әҙерләү өсөн, ҡалғанының күберәк өлөшө ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүгә алған. Урман кодексында 16 төрлө йүнәлеш ҡаралған, шуларҙың өсөһө беҙҙә иң көслөһө иҫәпләнә: ағас әҙерләү, ауыл хужалығын алып барыу, ял итеү — шифаханалар, профилакторийҙар асыу, туризм... Ауыл хужалығына килгәндә, беҙҙә күберәк халыҡ умартасылыҡ өсөн ала.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Донъяла урманға ҡарата дүрт төрлө милекселек бар, тинек. Шуларҙың береһе — төп халыҡтыҡы. Ошо юҫыҡтан миҫал килтерәм. Мәҫәлән, Әбйәлил районында мәрхүмдең туғаны йола буйынса ҡәберлеккә бура өсөн ағас ҡырҡҡайны, бының өсөн судҡа тарттырып, 50 мең һум тирәһе штраф түләттеләр. Йолаға ярашлы булғас, төп халыҡҡа ошондай хоҡуҡ бирелергә тейештер бит?
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Төп халыҡҡа милексе хоҡуғы Канада менән Америкала ғына бирелгән. Беҙҙең Рәсәйҙә иһә төньяҡ халыҡтары өсөн генә айырым ташламалар ҡаралған. Ә ҡалған төбәктәрҙә халыҡ күп милләтле. Башҡортостанда ла шулай уҡ төп халыҡтарға тип түгел, ә урындағы халыҡҡа ҡулланыу өсөн ағас бирелә. Ошо ерҙә йәшәгәндәргә урман бүленергә тейеш, әлбиттә.
— Урман ҡуртымға бирелһә, арендаторҙың ризалығынан тыш халыҡ унда инә аламы?
— Урманды традицияға ярашлы файҙаланыу рөхсәт ителә. Әйтәйек, ағас әҙерләү өсөн ҡуртымға бирелгән урманда урындағы халыҡ үҙенә еләк, бәшмәк йыя, миндек әҙерләй ала. Теләһә кем керһен, сөнки был — дәүләт урманы. Йылға буйҙарында ла арендатор 20 метр ара ҡалдырырға тейеш.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Элек колхоз, совхоз биләмәләре — Ауыл хужалығы, урман зонаһы Урман хужалығы министрлыҡтарына ҡарай ине. Пайҙары булғандар ерҙәрен алып кәртәләне, бесәнлек итеп тота. Иллегә — илле тигәндәй, ҡайһы бер ерҙәр – ауыл хужалығына ҡағылышлы ҡанундар, ә ҡайһыһы Урман кодексы буйынса көйләнеүе лә халыҡта һорау тыуҙыра...
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Колхозсыларыбыҙ, совхоз хеҙмәтсәндәре бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, өндәшмәйенсә, бер һүҙһеҙ колхоз-ара урмандарҙы федераль милекселеккә бирҙе. Йәғни биләмәләр яңы Урман кодексы ҡабул ителгәс тә федераль милекселеккә күсте лә ҡуйҙы. Әгәр ҙә инде колхоз биләмәләрендәге урман булһа, мәҫәлән, соҡор буйҙары, һаҡлағыс һыҙаттар кешенең пайына эләккән икән, асыҡ ерҙә Ер кодексы нигеҙендә эшләй, ә урманда — Урман кодексы буйынса. Урман кодексы Рәсәй Федерацияһында булған барлыҡ урмандарға ла ҡағыла. Әлбиттә, әгәр улар урманлы ерҙәр тип танылып, ҡабул ителгән булһа.
— Һүҙ ыңғайы ошондай ҙа һорау бирәйек: урмандарға бәйле хәл аңлашыла. Ә бына әрәмәлектәр, баҫыу ситендәге йә уртаһындағы ҡыуаҡлыҡтар ҡайҙа ҡарай, әллә улар бөтөнләй иҫәпкә алынмаймы? Ҡайһы бер райондарҙа элекке хужалыҡ ерҙәре ағаслыҡ менән ҡапланып бара, улар ниндәй кодекс буйынса көйләнә?
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Ябай тел менән әйткәндә, "Ҡыуаҡлыҡ урмандары" тип атала улар. Алда һөйләшкәнсә, иҫәпкә алынһалар, эш Урман кодексы буйынса көйләнәсәк. Ә инде танылмаһа, ауыл хужалығы ерҙәре итеп файҙаланыла. Сәселмәгән, ташландыҡ баҫыуҙар, әгәр ағас менән ҡапланһа, 25 йыл үҫкәндән һуң рәсми рәүештә "урман менән ҡапланған" тигән категорияға инә. Ерҙе алмаҫҡа мөмкин, ә биләмәләр Урман кодексы буйынса көйләнә башлай. Йәғни Кодекс тәбиғи урмандарға ғына түгел, ә иҫәпкә алынған бөтә ағаслыҡҡа, урманға, ҡыуаҡлыҡҡа, хатта ҡала эсендәгеләренә лә ҡағыла.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ошондай хәлгә осраған бар: ҡайһы бер райондарҙа баҫыуҙағы һаҡлағыс һыҙаттарҙа үҫкән ҡайындарҙы киҫәләр...
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Был йәһәттән шуны әйтер инем: һыҙаттар ҙа ҡасандыр өлгөрә, киҫер хәлгә етә. Шуға ла уларҙы ҡырҡып йә яңыларын ултырталар, йә тулыһынса реконструкциялайҙар. Башҡаса мөмкин түгел.
— Беҙ күберәк тармаҡтың иҡтисади яғын ҡараныҡ, ә бына урмандарҙы һаҡлауға килгәндә, хәлдәр нисек тора?
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Урман хужалығы министрлығын төрлө формаға үҙгәртеп бөттөләр, халыҡ ҡына түгел, урмансылар ҙа аптырай. Был нимә, исем үҙгәртеп, баш бутаумы, әллә башҡа ғиллә ятамы, тип һорар инем белгестән.
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Тәүҙә иҫкеһен емереп, яңыһын — яҡшырағын – төҙөмәксе булғайныҡ. Асылда йылдар һынауын үтеп нығынған системаны юҡ иттек, сөнки урманды эшҡыуарға, кешегә туранан-тура ҡуртымға биреп булманы. Урман кодексын да ҡабул итмәҫтәр ине. Шуға ла элеккеһен емерҙеләр. Эш урындарының 85 проценты ҡыҫҡартылды. Нәҡ урмансыларҙы — һәр кварталды, һәр квадрат метрҙы белгән, туранан-тура урманды һаҡлаған кешеләрҙе "ҡыҫҡарттыҡ". Хәҙер улар юҡ. Яйлап урмандарҙы ҡуртымға биреү бара. Ә Урман хужалығы министрлығы күҙәтеүсе, контролләүсе, йәғни арендаторҙар тарафынан алынған биләмәлә Урман кодексы талаптарының үтәлешен тәьмин итә.
— Ябайлаштырып әйткәндә, идара итеү менән хужалыҡ эшен бүлештеләр булып сыға инде.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Эйе, контроль – айырым, хужалыҡ – айырым... Кеше хужа икән, тимәк, урмансы унда ҡыҫыла алмай. Ул инспектор ғына. Башҡортостанда ундайҙар бик аҙ. Ай-һай, ошо тиклем урманға етешеүе лә бит!..
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Республикалағы һәр урман бүлексәһенә берәр инспектор тура килә. Беҙҙә 217 бүлексә бар икән, кәм тигәндә ошо саҡлы инспектор эшләй тигән һүҙ. Был, әлбиттә, бик аҙ. Тағы шуны өҫтәргә кәрәк: һәр урмансылыҡта контроль-күҙәтеү бүлеге эшләй. Проблемалар бар, сөнки штат бәләкәй, ә урман майҙаны ҙур. Шуға күрә халыҡтың аңына таянырға тура килә инде...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Аңлатыу менән генә урманды һаҡлап булырмы? Бына, мәҫәлән, үҙен эшҡыуар тип атаған кеше биләмәне ҡуртымға алды икән, ул иң яҡшы ағастарҙы ғына йығасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миҫалдарҙы күреп торабыҙ.
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Эйе. Бөгөн хәл шулай — эшҡыуар урмандың яҡшы ағаслыһын ғына алырға ынтыла, сөнки уға тәү мәлдә үҙенең етештереү тармағын киңәйтергә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Киләсәктә ҡараш үҙгәрер тип ышанам. Нисек кенә булмаһын, 49 йылға ҡуртымға ала бит. Ваҡыт етерлек. Балалары, ейәндәре тураһында хәстәрлек күрергә теләһә, биләмәһен ҡараясаҡ. Мәҫәлән, Канаданы алайыҡ. Унда урмандың 90 проценты – дәүләттеке. Ошо 90 проценттың 99 проценты арендаға бирелгән — 100 йылға!
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ни өсөн беҙҙә 49 йылға ҡуртымға бирелә һуң? Ағас бит оҙағыраҡ үҫә.
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Был мәсьәлә, әлбиттә, ҡаралды. Тик беҙҙә халыҡ әле арендаға ла, шәхси милеккә лә өйрәнмәгән тигән һығымтаға килделәр. Бер быуатҡа бирһәң, биләмәне шәхси милектәй күрерҙәр тип иҫәпләп, ошо 49 йылда туҡтарға булдылар. Әгәр инде кеше ярты быуатта тәғәйен өлөшөн матурлап ҡараһа, закондарҙы боҙмаһа, ҡуртым ваҡытын тағы оҙайта ала.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Был йәһәттән намыҫлы кешеләр йөҙгә бер нисәү генә тура киләлер, бәлки. Киҫеп табыш алыр ҙа, шуның менән вәссәләм...
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Киҫеү буйынса, бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә бына умартасы улай эшләмәйәсәк. Ул бал биреүсе үлән сәсәсәк, йүкә һымаҡ ағастар ултыртасаҡ. Киләсәк быуын тураһында уйлағандар ағас ултырта.
— Сит ил практикаһынан сығып ҡарағанда, шул күренә: дәүләт урманы булһынмы, кеше ҡуртымға алғанымы, урман инспекторҙары тикшереү, ниндәйҙер сара күреү, штраф һалыу органы түгел...
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:

— Эйе. Уларҙа инспекторҙар, урман менән шөғөлләнеүселәр кәңәш биреү органы һымаҡ ҡарала. Был кешенең аң-кимәленән тора. Әгәр ҙә ул ҙур яуаплылыҡ менән урман биләмәһен алған икән, матурлап ҡарай, йәш үҫентеләр ултырта, тәрбиәләй. Беҙ ҙә Европа системаһына күсһәк, һәйбәт булыр ине. Унда кеше инспекторға үҙе килеп, нисек эшләп була, ҡайһылай яҡшыраҡ булыр ине, тип һорай. Кәңәшләшәләр, уртаҡ фекергә киләләр.
— Һис йәшермәйек: урмандарҙың байтағына хәҙер керерлек түгел. Тышы — урман, эсенә инһәң — арҡыс-торҡос ауған, ҡороған, серегән ағастар. Ә бына "сухостой" тип йөрөтөлгән, ҡороған ағасты киҫәйем тиһәң, яңы Урман кодексы буйынса оло проблема килеп сығыуы бар...
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:

— Урман кодексында "шәхси ихтыяж" тигән бүлек тә бар. Йыл һайын халыҡҡа 1 миллион 200 мең кубометр ағас бүленә. Әгәр кешенең йорто, ере бар икән, уға 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометрға ҡәҙәр ағас бүленә. Ремонтҡа кәрәк икән, 15 йылға бер тапҡыр 50 кубометр алырға мөмкин. Тәбиғи газ үтмәгән ауыл халҡы утынға йыл һайын 20 кубометр әҙерләй ала. Ауыл Советы хакимиәтенән белешмә генә кәрәк. Әлбиттә, бушлай түгел, әммә иң арзан хаҡ ҡуйылған.
— Һеҙ — Баварияла эшләп ҡайтҡан белгес. Ваҡытында мин дә Германияла хеҙмәт иттем. Унда шуға аптырай торғайным: ағас киҫелә бара, таҙартылып, ере тырматыла, төбө эргәһенә яңы ағас үҫентеһе ултыртып та ҡуйыла. Беҙҙә иһә ҡайһы саҡ диләнкә эсенә инеп булмай...
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:

— Мин эшләгән фермерҙың ете гектар урманы бар ине. Һәр ағасты компьютерға теркәп ҡуйған. Иҫәп гектарлап түгел, ә ағас һаны менән бара. Диаметры күрһәтелгән, бейеклеге. Ниндәй ағасты йығасағын алдан белә. Киҫкәс, төбө эргәһенә өс-дүрт үҫентене ултыртып ҡуя. Ваҡыт үткәс, ошоларҙан иң яҡшыһын ҡалдыра. Беҙҙә лә, арендатор "минең урманым" тип ҡараһа ғына, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Баҡсаларҙы ҡарайҙар бит. Бына ошо мин эшләгән Герман исемле фермерҙың 84 гектар ере бар ине. "Мин — миллионер, хатта миллиардер, — ти торғайны. — Тик еремде һатмайым, 84 гектар биләмәне балаларыма, уларҙың балаларына ҡалдырам. Кешегә ялынып эшләп йөрөмәһендәр, үҙ ерендә үҙҙәренә эшләһендәр..."
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Башҡортостанда, ауыл хужалығы менән бер рәттән, урман хужалығы ла төп йүнәлеш булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғыһын үҫтерәһе лә үҫтерәһе әле. Алдағы көндәрҙә бик өмөтлө, перспективалы тармаҡ ул. Тик эшкәртеү, һата белеү генә мөһим.
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Урман — иң ҙур байлыҡ. Ағасынан башҡа еләге, бәшмәге лә, ҡайын һыуы, йәнлектәре, башҡаһы бар. Саф һауаһы ғына ни тора! Бына тигән итеп ял ойошторорға була. Урман хужалығының мөмкинлектәре күп, әлбиттә. Тәбиғи үҫкәндәрен тейешенсә файҙалана алһаҡ, ҙур табыш булыр ине. Хәҙер шундай ваҡыт: тәбиғи ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк. Бәлә шунда: әлегә тиклем ошо йүнәлештә эшләргә өйрәнмәгәнбеҙ. Беҙҙең республиканың ғына ла 400 миллион кубометрҙан ашыу өлгөргән ағасы бар. Йылына әлегесә өс миллионын ғына киҫһәк, 138 йыл буйы ҡарт ағастар менән генә хушһынырға ҡала. Тағы үҫә, өлгөрә тора бит әле.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Һуңғы осорҙа серек, ҡороған ағастар менән бергә төрлө ҡоротҡос бәшмәктәр ҙә күбәйҙе. Бигерәк тә күбәләктәр хәүеф тыуҙыра.
Камил ҒӘБДРӘХИМОВ:
— Былар, әлбиттә, рәттән килгән ҡоролоҡ йылдары һөҙөмтәһе, ләкин өлгөргән, ҡартайған урмандарҙың артыуы ла булышлыҡ итә. Ундай урмандар ҡоротҡостарға тиҙ бирешеүсән, сереп, зарарланған ағастар үҙҙәре лә быға сығанаҡ булып тора. Шуға өлгөргәне киҫелергә, йәшерәге ултыртылырға йәки тәбиғи үҫеү мөмкинлеге алырға тейеш.
— Урман – мәңгелек. Әлбиттә, киләсәк быуындарға уны нисек еткереүебеҙ һәр беребеҙҙән тора. Шуға ҡарап проблемалар ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә ҡалҡа. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ теманы даими яҡтыртып, яңылыҡтар менән халыҡты таныштырып барырбыҙ. Тимәк, белгестәр менән дә оҙаҡҡа айырылышмайбыҙ. Бик аҙға ғына һөйләшеүҙе туҡтатып торайыҡ та, уҡыусыбыҙға уйланырға урын ҡалдырайыҡ.


*Башҡортостан — тәбиғәт ресурстарына бай төбәк. Урман ғына ла 6,3 миллион гектар майҙанды, йәғни барлыҡ территорияның 41,1 процентын биләй. Урман хужалығы министрлығы ҡарамағына шуның 5,7 миллионы инә.
*Ағас запасы иһә 765 миллион кубометр тәшкил итә. Ултыртылған, яңыртылғанының уртаса йыллыҡ үҫеше — 14,63 миллион кубометр. Бөгөн урман фондының 55 проценты өлгөргән һәм ҡартайған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ваҡыт үткән һайын сифатын юғалта бара. Һуңғы йылдарҙа ғына ла бындай урмандар 32,8 миллион кубометрға артҡан.
*Йыл һайын 12 мең гектарҙа өлгөргән урман киҫелә. Барлыҡ майҙандың 90 процентына яңынан үҫентеләр ултыртыла. Һуңғы йылдарҙа ылыҫлыларға иғтибар көсәйә.
*Ҙур урман сәнәғәте компаниялары менән бер рәттән, бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекттары ла тырышып эшләй. Улар Асҡын, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел райондары эшҡыуарҙарын берләштергән Урман сәнәғәтселәре ассоциацияһын төҙөнө.


Вернуться назад