Һәүкәш... Һөт кенә түгел06.05.2014
Һәүкәш...  Һөт кенә түгел
Һыйыр тиһәң, биҙрәләге күбекләнеп торған һөт, кәсәләге яңы айыртылған ҡаймаҡ, тәрилкәләге һары май йомарламы күҙ алдына килеп баҫа. Әсәй-өләсәйҙәр ҙә: “Шөкөр, аҡтан өҙөлмәйбеҙ”, – тип ҡабатларға ярата. Ә бит һыйыр малы махсус рәүештә иткә лә үрсетелә. Һауын һәүкәшенең һөтөнөң сифаты ниндәй аҙыҡ менән туҡланыуына бәйле булһа, “итлекәйҙәр” талымһыҙ. Һөҙөмтәлә һыйырҙың ауырлығы – 580-640, үгеҙҙеке 1000-1150 килограмм тарта.

Туймазы колбасаһын яратабыҙ. Cәбәбе – етештереүҙә үҙ итебеҙҙе ҡулланыуҙары. Әллә ҡайҙан сит илдән килгән белмәгән-күрмәгән тауар түгел бит инде. Әммә ит комбинатына сеймал етешмәй, шуға ла ул яҡын-тирәләге малсылыҡ фермалары менән хеҙмәттәшлек итә.
“САВА-Агро-Япрыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лимузин һәм симменталь тоҡомло мал аҫрайҙар. Алты йыл элек өс тиҫтә “лимузин” һатып алынһа, әле улар 1200 башҡа еткән. Мал-тыуарҙы яҡшылап ашатһаң ғына көрәйтеп була. Ә бында шарттар һәйбәт: 2200 гектарҙа ауыл хужалығы ерҙәре бар. Шуның яртыһы – көтөүлектәр, ҡалғанына иген культуралары, кукуруз, мал аҙығы үләндәре сәселә. Өҫтәүенә быҙауҙар мөмкин тиклем күберәк һөт имергә тейеш, шуға ла бында уларҙы инәләренән айырмайҙар. Һәйбәт тәрбиә матур һөҙөмтә бирә: былтыр тыуған 400 быҙауҡайҙың бөтәһе лә иҫән-һау булып үҫеп килә.
Түккән тырышлыҡ үҙен аҡлаған да инде. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә махсус техника һатып алынған, ике ферма, ете заманса туҡландырыу майҙансығы төҙөлгән. Тиҙҙән хужалыҡ саф табыш алыуға өмөт итә.
Япрыҡтарҙың даны бөтә илгә лә таралды. Былтыр Мәскәүҙә уҙған XV Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә 1,4 тонна (рекорд!) тартҡан лимузин тоҡомло үгеҙ иғтибар үҙәгендә булған. Кинәйәләп Малыш тип исемләнгән малҡай янынан халыҡ өҙөлмәгән. Ә Америка вәкилдәре бергәләп тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнергә тәҡдим иткән. Туймазылар был юҫыҡта алға китеп өлгөргән дә инде. Улар “лимузин” башмаҡ-таналарын һәм үгеҙҙәрен баҙарға ла сығарған.
Быйыл сираттағы агросәнәғәт күргәҙмәһендә туймазыларҙың ҡаҙанышын берәйһе уҙып китерме? Бик шикле, сөнки хужалыҡтарында Малыштан да дәүерәк үгеҙ бар икән. Мәҫәлән, алты йәшлек Бенджамин центнер ярымға ауырыраҡ тарта. Көҙгөһөн тап ул Мәскәүгә юлланасаҡ. Тимәк, дәғүәселәргә уғата тырышырға тура киләсәк.




Вернуться назад