"Шаранагрогаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең оҫтаханаһына төш мәлендә аяҡ баҫтыҡ. Сәғәт 2 тулып килгәс, күбеһе өйөнә ҡайтҡандыр, тигәйнек, ләкин гаражда ла, тышта ла эшселәрҙең "тимер ат"тары янында йөрөүен күреп, ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Ысынлап та, ҡыҙыу ваҡытҡа тура килдек: берәүҙәр тәгәрмәскә тын өрҙөрә, икенселәр капот аҫтында ҡаҙына, кемдер деталдәрҙе майлау менән мәшғүл. Ҡыҫҡаһы, бөтә көс техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләүгә йүнәлтелгән.
Хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы һәм "Почет Билдәһе" ордендары кавалеры Тимерғәле Тимеркәев район хакимиәте башлығы үткәргән кәңәшмәлә икән, шуға ла беҙҙе йәмғиәттең эшмәкәрлеге менән таныштырыу бурысын үҙенең урынбаҫарына йөкмәткән.
Генераль директор урынбаҫары Иван Петров белдереүенсә, төбәктә ҙур фабрика-заводтар юҡ, әммә халыҡ етеш йәшәй. Ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә, төҙөлөш ҡыҙыу бара. Йәштәрҙең тыуған төйәгендә төпләнеүе – урындағы етәкселектең оло ҡаҙанышы. Төбәктә ошоға бәйле тыуым да арта.
Хужалыҡта әле 330 хеҙмәткәр иҫәпләнә, йәйгеһен уларҙың һаны 400-ҙән ашып китә. Бөгөн ябай халыҡ өсөн эш хаҡының ваҡытында бирелеүе лә мөһим. Был тәңгәлдә Тимерғәле Мәғҙән улының позицияһы шулай: "Үҙем алмаһам-алмайым, әммә эшселәргә мотлаҡ түләйәсәкмен". Етәксе һәр ваҡыт һүҙендә тора ла. Шуның өсөн дә халыҡ араһында уның абруйы ҙур.
Йәмғиәт сәсеүлек майҙанын кәметеүгә юл ҡуймай. Хәҙер ул һигеҙ меңдән ашыу гектар ауыл хужалығы еренә эйә икән, шуның яртыһы – баҫыуҙар. Көтөүлек һәм сабынлыҡ та иркен.
Хужалыҡ етәкселеге алмаш тураһында уйлана, унһыҙ киләсәктең юҡлығына инанған. Күптән түгел баш зоотехник вазифаһында йәш белгес Илһам Ғәлиев эш башлаған, инженер итеп Рөстәм Сафиуллинды тәғәйенләгәндәр. Икеһе лә ошо районда тыуып үҫкән, уларға ҙур өмөт бағлайҙар. Киләсәктә йәштәрҙе тағы ла күпләп эшкә алырға иҫәптәре ҙур.
Новости Башкортостана.