Килем кәмемәҫкә тейеш26.04.2014
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡаҙнаның килем ҡеүәтен арттырыу һәм йыйылма бюджетты үтәгәндә хәүеф мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

Унда бюджет сәйәсәтенә, тәү сиратта тышҡы һәм эске баҙарҙағы хәүефкә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Был хафа Көнбайыш илдәре тарафынан булдырылған санкцияларға һәм үҙебеҙҙең иҡтисадтағы үҙгәрештәргә бәйле. Беренсе квартал йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан тауар әйләнеше, уны ташыу буйынса ыңғай күрһәткестәргә эйә. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт етештереүе күләме 2,5 процентҡа кәмегән. Мартта ул 4 процентҡа еткән. Төҙөлөштә эш күләме 14 процентҡа түбәнәйгән.
Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең үҫеше буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында үҙ позицияһын яҡшыртты. Былтыр 60-сы урында булһаҡ, быйыл — 32-селә. Республика башлығы билдәләүенсә, ғөмүмән, килемдең кәмеүенә юл ҡуйырға ярамай.
— Ҡаҙна сығымдары килем буйынса раҫланған пландан сығып иҫәпләнә. Беҙҙә резерв бар. Быйыл дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу планы ҡайтанан ҡаралды. Ошо аҡса, дәүләт заемдары кеүек үк, тәү сиратта капитал йәлеп итеүҙе үҫтереүгә, финанслауға йүнәлтелергә тейеш. Әлбиттә, яңы сығанаҡтар эҙләү маҡсатында беҙ сығым йөкләмәләрен кәметәбеҙ. Әммә Президенттың май указдарын тормошҡа ашырыуға ғына ла быйыл ҡаҙнала 20 миллиард һум самаһы аҡса етмәй. Тимәк, алда был юҫыҡта байтаҡ эш көтә, — тине Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә.
Снять квартиру в Уфе.


Вернуться назад