Үҙебеҙҙеке лә ҡайтыш түгел23.04.2014
Үҙебеҙҙеке лә ҡайтыш түгел
Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе эшләй башланы. “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комплексында Рәсәйҙең ошо тармаҡта эш иткән — 30, шулай уҡ сит илдәрҙең 16 төбәгенән 400-ҙән ашыу предприятиеның тауарҙары урын алған.

Үҙебеҙҙеке лә ҡайтыш түгелКүргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов сәләмләне:
– Сара үтә мөһим ваҡытта бара, – тине ул. – Бөтәһе лә донъялағы иҡтисади хәлде, илебеҙгә ҡарата ҡулланылған санкциялар хәүефен яҡшы аңлай. Бөгөн бында ҡуйылған тауарҙар ошондай киҫкен мәлдә беҙҙең мөмкинлегебеҙҙе, көсөбөҙҙө күрһәтә.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта бигерәк анһатҡа һалыштыҡ шул. Үҙебеҙҙә лә етештереп булырҙай тауарҙарҙы үтә ҡиммәткә сит илдәрҙән һатып алабыҙ. Мәҫәлән, Ишембайҙа нефть эшкәртеү өсөн катализаторҙар эшләйҙәр, ул Рәсәй баҙарындағы ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә ала, сифаты ла юғары. Әммә беҙ, әлеге лә баяғы, ситтән ташыйбыҙ.
Үҙебеҙҙеке лә ҡайтыш түгел Йолаға әүерелгән был күргәҙмә тәжрибә уртаҡлашыу, үҙ-ара файҙалы килешеүҙәр төҙөү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әүерелде. Унда нефть һәм газ сығарыу, эшкәртеү өлкәһендәге проблемалар, сит илдән килгән тауарҙар урынына үҙебеҙҙекен етештереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала, төрлө төбәк етештереүселәре яңы продукттар, хеҙмәттәр, тармаҡтағы өр-яңы проекттар менән таныштыра, яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү буйынса фекер алыша.
Сара 25 апрелгә ҡәҙәр дауам итә. Республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы менән “Газпромбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөләсәк.


Вернуться назад