“Газпром”дың ярҙамы ҙур18.01.2012
Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.
— Республикала “Газпром”дың һәм уның структураларының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаныҡ. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек, тип әйтә алам, — тине аҙаҡ Башҡортостан Президенты журналистарға. — Республикаға газ ҡыуҙырыу артҡан һәм уның күләме 17 миллиард кубометрға еткән. Был — һуңғы 18 йыл эсендәге иң яҡшы һөҙөмтә. Тимәк, Башҡортостанда энергетика, сәнәғәт етештереүе үҫешә.
Рөстәм Зәки улының әйтеүенсә, Салауат ҡалаһында төҙөләсәк технопарк тураһында ла һүҙ булған. Республика өсөн мөһим проект тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Алексей Миллер был мәсьәләлә беҙҙе аңлай һәм ярҙам итә. Салауат ҡалаһында газ химияһы үҙәге булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралған. Президенттың ышаныуынса, алдағы бер нисә йылда ул һөҙөмтә бирә башлаясаҡ.
— Беҙҙе социаль өлкәләге берҙәм проекттар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя балалар уйындарында “Газпром” төп бағыусы булып сығыш яһай алыр, тип уйлайым. Был йәһәттән Алексей Миллерҙың ризалығы бар. Шулай уҡ йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын үткәреүҙә һәм башҡа спорт ярыштарында ла “Газпром”дың ҡатнашыуы мөмкинлеген ҡараныҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Яҡын арала республикала компанияның “Газпром” — балаларға” тип аталған ҙур проектына ярашлы төҙөлгән спорт объекттары ҡалҡып сығырға тейеш. Дөйөм алғанда, “Газпром” менән хеҙмәттәшлек пландары яҡшы. Артабан да республикаға газ үткәреү дауам итәсәк, быйыл улар төбәгебеҙ өсөн бығаса булмаған ҙур сығымдар — 300 миллион һум аҡса — бүләсәк. Яҡшы һөҙөмтәләр күренгән осраҡта бер-ике йыл эсендә был һандың 500 миллион һумға ла етеүе ихтимал, тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов. Улай була ҡалһа, өс-биш йыл эсендә республикала “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү эшен тулыһынса тамамларға мөмкин буласаҡ.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад