Ни өсөн Үрген йоҡлай?18.01.2012
Үткән йәй ауылдаштарым — Ейәнсура районының Үрген ауылы халҡы — бер төптән ҡубып, бар хәленсә әҙерләнеп, күптән көтөлгән шәжәрә байрамы ойошторҙо. Ерекле йылғаһы буйындағы типһәндә ауылдың борондан килгән аҫаба аралары, бер-береһе менән ярышып, сәмләнешеп, үҙ тирмәләрен ҡорғайны. Тирмәләрҙең эсе лә, тышы ла — халыҡтың борондан килгән зауығы сағылышы. Ауылдыҡылар ҙа, ҡайтҡан ҡунаҡтар ҙа ата-бабаларҙың ысын йәйләү тормошона килеп ингәндәй хис итте үҙҙәрен. Һүҙ юҡ, байрам бик йәмле үтте. Тик бына ошо йәмлелек тыуҙырған матур тәьҫораттарҙы һүрелдереп ебәрерҙәй күренештәр ҙә байтаҡ ине шул.
Районда ғына түгел, ә бөтә Үҫәргән ырыуында иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе булған Үргендә бындай оло, мәртәбәле байрамдарҙың ҡап уртаһында хужалыҡ етәкселәре булырға тейеш ине лә бит... Бынан ун биш йылдар элегерәк райондың иң алдынғы “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Йәмил мәрхүм Янбаев районда тәүгеләрҙән булып үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыйынында, ауылдың 200 йыллыҡ тарихы билдәле, тигәйне. Әле күҙ йәштәрен күңел төпкөлөнән һығып сығарып илатырлыҡ сәбәптәрҙең береһе — ҡасандыр районда ғына түгел, бөтә республикала билдәле “Заветы Ильича” колхозының ҡап яртыһын тәшкил иткән Үргендең хужалыҡ яғынан бөтөнләй бөлөп, көрсөккә килеп терәлеүе. Тиҫтә ярым йыл элек кенә үрештәрҙә ерҙе ҡаплап йөрөгән күмәк хужалыҡ малдары ҡалмаған. Малсылыҡ базалары, ырҙын ҡоролмалары, тимерлек, техниканы ҡышҡылыҡҡа һаҡлау япмалары — береһе лә юҡ. Берҙән-бер эш урыны — бер кеше хеҙмәтләндергән пилорама. Ауылдың 1500 кешеһе ни менән шөғөлләнергә тейеш тә нисек итеп көн күрергә тейеш? Халыҡтың берҙән-бер йәшәү сығанағы — пенсия ла йәйге мәлдә алыпһатарҙарға литрын 5 тәңкә менән генә һөт тапшырыу. Ә һыйыр һыуалған мәлдә ул килемдән дә мәхрүм ҡалаһың. Ярай әле, утын ташыу мәсьәләһенән ҡотолғандар — колхоз хәлле саҡта газ үткәреп ҡалғандар.
“Заветы Ильича”ға ҡушылғанға тиклем Үргендәге “Ҡыҙыл таң” колхозы ла районда төшөп ҡалғандарҙан булманы. Ауылдаштарым тәүтормош эш ҡорамалдары, алыҫ-алыҫ баҫыуҙарға ла йәйәү йөрөп, табелдә ҡуйыла барған таяҡтар хаҡына йәнтәслим эшләне. Бер тинлек тә файҙаһы булмаған хеҙмәт көнө таяҡтары менән ғорурланыр булдылар. Ҡара тиреңде түгеп һаҡлап алып ҡалған, шундай ҙур ҡеүәткә өлгәштергән күмәк хужалыҡ милкен, имеш, тот та һүтеп ташла! Нишләп ул тиклем әсенәһең, бер көнлөк тә колхозсы кенәгәң булманы ла баһа, тип әйтеүселәр табылыр, бәлки. Ысын күңелдән һыҡтап әсенәм шул. Уның милкен һаҡлап алып ҡалыуҙа, ҙур ҡеүәткә олғаштырыуҙа минең дә, тиҫтерҙәремдең дә байтаҡ ҡына өлөшө бар ине бит. Дүртенсе класты тамамлағас та, колхоз ҡамыты, ваҡытлыса ғына булһа ла, беҙҙең кеүек бала-саға елкәһенә лә һалына ине. Йәй буйы игенлектәрҙе утау беҙҙең өлөшкә төшкән көмөш булды. Йәйге эҫелә яланғас ҡул менән сәнскеле билсән йолҡоу әле булһа онотолмаған. Һуҡыр шәм яҡтыһында ҡыш буйына орлоҡ таҙартыуҙар һуң... Хәйрулла олатай беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп ебәрер һүҙҙәр таба торғайны: “Түккән көсөгөҙ әрәмгә китмәҫ, балаҡайҙар. Һәр башаҡта 50-шәр бөртөк ашлыҡ яралһа, уңыш мул килер, илдә лә туҡлыҡ булыр...”
Көҙгөһөн мәктәп балаларын башаҡ йыйырға алып сыҡҡанда ҙурыраҡ туҡ башаҡтар осраһа, ыуып, иген бөртөктәрен һанап ҡарайбыҙ. Бөртөктәр 50 йәки шуға яҡын булһа, ҡыуаныстың сиге юҡ.
Бесән эше йылдың-йылы беҙҙең көс менән атҡарылды. Бишенсе класты тамамлаған малайҙар бесәнде ат менән тарттырыр, ҡыҙҙар тырмаға тәғәйенләнер ине. Эш көнө сәғәтләп түгел, ә ҡояш йөрөшөнә ҡарап ҡорола. Таң һарыһынан эңергә тиклем.
Ауылда ғүмер баҡый ойошҡан рәүештә алып барылған көтөүҙең дә рәте-сираты ҡалмаған икән хәҙер. Теләһәң — малыңды көтөүгә сығар, теләмәһәң... Зыярат башындағы баҫыуҙа малдарҙың игенлектә утлап йөрөүе — башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Беҙ үҫкәндә баҫыуҙы малдан тапатыу түгел, бураҙнаны аша атлау бик ҙур хилафлыҡ ине. Хәкимйән ағай Йәйләүевтең ғүмере колхоз баҫыуҙарын йәйәү йөрөп тәләфләүҙән һаҡлап үтмәнеме ни?
Республика етәкселәренең ташландыҡ базаларҙы мал-тыуар, ҡош-ҡорт менән тултырырға тигән фарманы Үргенгә килеп етмәгән йә ситләтеп үткән, күрәһең.
Йәнғәле ағай колхозға етәксе итеп 1952 йыл ҡыштың икенсе яртыһында 25 меңселәрҙең береһе сифатында ҡуйылғайны. Партияның ышанысын эшмәкәрлегенең беренсе көнөндә үк аҡларға тырышты. Һөҙөмтәлә колхоз районда алдынғылыҡҡа сыҡты, “Урал” мотоциклы, унан һуң “Москвич” автомашинаһы менән бүләкләнде. Ундай өр-яңы техника заманына күрә ауылыбыҙҙың ғорурлығы ине.
Йәнғәле ағайҙың бер аҙ төшөргөләп ала торған ғәҙәте лә була торғайны. 1957 йылдың йәйе ҡоро килһә лә, муйыл ишелеп уңды. Хеҙмәт көнө таяҡтарына бер тин дә хаҡ алмаған халыҡ муйылға йәбеште. Ҡыҙмаса булып алған Йәнғәле ағайҙың үткән йылдағы уңыштары өсөн колхозға бүләк итеп бирелгән өр-яңы “Урал”ында туғай тулып муйылға һарығандарҙың күнәктәрен “конфисковать” итеп йөрөгән көндәре булғыланы. Бесән әҙерләүҙә күрше колхоздан артта ҡала башлауҙы был сара ла туҡтата алмағас, бер сәкүшкәне бушатҡан да, йәне көйөп, күңеле бушап: “Ниңә һаман эш бармай? Почему Үрген йоҡлай?” — тип, балауыҙ һығып алған, имеш. Уның ошо һүҙҙәре халыҡ араһында ғүмерлеккә лаҡап булып ҡалды.
Үргендәр йоҡламаған ул ваҡытта, ә нисек тә йән аҫрау өсөн уттай эш ваҡытында, сараһыҙҙың көнөнән, емеш-еләккә йәбешкән. Ә бына ауылдың бөгөнгө көрсөккә килеп терәлеүенең төп сәбәбе — ауылдаштарымдың, сикһеҙ ғәмһеҙлеккә бирелеп, ҡышҡа әҙерләнгән себен шикелле, тәрән йоҡоға талыуынандыр. Шулай булмаһа, ул тиклем дә вәхшилек күренешенә ни йәнең менән күҙ йомоп тормаҡ кәрәк! Кирбес юҡ заманда Йәнғәле ағай Мәмерйә тауына (Ҡаршытау) ҡул көсө менән аҡтарттырып һалдырған заманына күрә ғәләмәт ҙур сусҡа фермаһы базаһын һүттереп, ташы Суҡталға ташытылыуын нисек берәү ҙә күрмәй ҡалған? Рәсүл ағай Янбаев ҡаҙған йөҙәрләгән кубометр таштарҙың икенсе ауылға күсерелеүенә нишләп берәү ҙә ҡаршы төшмәгән? Миңнира Исламғолова, тиҫтерем Булат Ҡолтаев мәрхүмдең комсомол энтузиазмы менән һуғарылып төҙөлгән таш һарайҙы емерә башлауға кемдәрҙең ҡулы беренсе булып тотондо икән?
Улай йоҡомһорап йәшәгәндә һөтсөлөк-тауар фермаһы базалары, таштан ҡоролған сусҡа һарайҙары артынса әлегә тейелмәй торған мәҙәниәт йорто, мәктәп бинаһы, балалар баҡсаһы һәм башҡа күсемһеҙ мөлкәт һуңғы кирбесенә тиклем тирелеп бөтмәҫме? Унан инде үҫәргәндәрҙең иң ҙур саф башҡорт ауылы Үргендең, перспективаһыҙлыҡ мөһөрө баҫылып, ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына ла күп ҡалмаҫ.
Иҫәнғол ауыл Советы кесерәйтелгәс, власть мәркәзе Новопетровскиҙа (Суҡтал) нығынды. Яңы ойошторолған ауыл Советының Үргенгә ҡарағанда халҡы күпкә ҡайтыш булған Суҡталда төпләнеүе менән өлкәнерәк быуын кешеләренең ризаһыҙлығы ҙур булһа ла, әлеге йоҡомһорау ғәләмәтенәндер инде, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыусы булманы. Ауыл Советы районға яҡын ғына булған Суҡталда булыуы менән килешмәгән хәлдә лә, атамаһы булһа ла Үрген исеме менен һаҡланып ҡалыуын хәстәрләп, Нәҙерғәле ағай Аҡъюлов һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайны ла, бөтөн ауыл бер төптән ҡубып, күтәрелеп сыҡмағас, бойомға ашмай ҡалды.
Үткән быуаттың 50 – 80-се йылдарында “Совет Башҡортостаны” гәзите ҙур ауылдың һәр өйөндә булмағанда ла, өй аша яҙылып уҡыла ине. Бөгөн республика милли матбуғаты флагманы бик аҙ алдырыла икән. Үҙ телебеҙҙәге матбуғатҡа бындай мөнәсәбәт милли аңдың йоҡо аралаш бик тоноҡ булыуын күрһәтә түгелме? Балтик буйы республикаларында үткән быуат аҙағында милли аңдың дөрләп тоҡанып киткән мәлендә бер үк гәзит-журналдарҙың һәр өйгә өсәр дана алдырылыуы беҙҙең өсөн ыңғай миҫал була алмағандыр, күрәһең.
Телевизор, радио, гәзит кеүек киң мәғлүмәт саралары аша республикабыҙ кешеләренең бер-береһен ҡотлауҙары, изге теләктәр, SMS-хәбәрҙәр ебәреүҙәре баҫылып-ишетелеп тора. Ошо заманса аралашыуҙа эреле-ваҡлы бөтә ауылдар ҙа ҡатнаша кеүек. Һуңғы йылдарҙа хатта Бөрйән кеүек төпкөл төбәктәр ҙә әүҙемләшеп китте. Үкенескә ҡаршы, Үрген ауылының атамаһы ла, ауылдаштарымдың исемдәре лә эфир аша ишетелмәй. Үргендәрҙең был өлкәләге һүлпәнлеге лә Йәнғәле ағайҙың “Почему Үрген йоҡлай?”ын иҫкә төшөрә.
Данлыҡлы әүлиә Бәндәбикәнең ире — легендар ауылдашыбыҙ Ерәнсәй батыр (Ерәнсә сәсән) ярһыу толпарында Үрген янындағы Мәмерйә тауынан ырғып, Осорма, унан Кәңшәт тауына бәрелеп һәләк булған. Осорма — Үрген тауҙарының иң бейеге. Бына шул тау башының ҡырлас түбәһенә менеп “Ни өсөн Үрген йоҡлай?” тип һөрәнләп ҡысҡырғым килеп китә...
Исмәғил АҠЪЮЛОВ.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад