Өфөлә Мәскәү “Сколково” идара итеү мәктәбе менән “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтенең асыҡ семинары булды.
Сарала донъя энергетикаһы һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Семинарҙы асыу тантанаһына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы президенты Александр Корсик һәм “Сколково” мәктәбе ректоры Андрей Шаронов килде.
Республика Президенты ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итеп: — Иҡтисадтағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ. Иҡтисади сәйәсәтте, атап әйткәндә, нефть һәм газ тармағындағы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу йәһәтенән эксперттар берләшмәһенең фекере бик мөһим. Һуңғы өс-дүрт йылда нефть сығарыу күләме арта, был, әлбиттә, ҡыуаныслы. “Башнефть” эшләгән дәүерҙә йәмғеһе 1,5 миллиард тонна нефть табылған. Йәмғиәт заводтарында йылына 20 миллион тоннаға яҡын сеймал эшкәртелә. Башҡортостандың нефть һәм газ химияһы комплексы заманында кластер рәүешендә ойошторолғайны. Һуңғы йылдарҙа ниндәйҙер юғалтыуҙар ҙа булды. Бөгөн беҙгә ошондай технологик сылбырҙы тергеҙеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ йылдам тормошҡа ашырылырға тейешле ҡайһы бер мәсьәләләр ҙә борсой. Ундайҙарға халыҡтың йән башына бюджет тәьминәтенең түбән булыуы, 500 миллиард һумлыҡ һалым кеременең республикала 125 миллиарды ғына ҡалыуы инә. Дәүләттең үҙ бурыстары, проблемалары күп. Федераль ҡаҙнанан ярҙам алыу еңел түгел. Беҙгә үҙебеҙҙең матди һәм етештереү базаһын нығытырға, химия комплексы предприятиеларын үҫтерергә кәрәк, — тине. Власть менән бизнестың үҙ-ара эшмәкәрлегенә килгәндә, республика башлығы ҡайһы бер предприятиеларҙың, “коммерция серенә” һылтанып, үҫеш пландарын йәшереп ҡалдырыуын билдәләне. Беренсе квартал йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан предприятиеларында сәнәғәт етештереүе индексы түбәнәйгән.