“Газпром”дың ярҙамы ҙур19.04.2014
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.

Төбәк етәксеһе, Башҡортостанда “Газпром”дың әһәмиәтен билдәләп, ҙур социаль, шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү өсөн объекттар төҙөүҙәге ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе, “Газпром нефтехим Салауат” ойошмаһының әүҙем яңыртылыуын да билдәләне. Үҙ сиратында Алексей Миллер, Башҡортостан — компания өсөн бик мөһим партнер, тип белдерҙе.
— Башҡортостан биләмәһе аша йыл һайын 100 миллиард кубометрҙан ашыу газ һурҙырабыҙ. Был, әлбиттә, хеҙмәттәшлегебеҙ, газ эшкәртеү, газ химияһы өлкәһендә яңы ҡеүәттәр, яңы производстволар булдырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирә, — тине “Газпром” етәксеһе. Уның әйтеүенсә, әлеге сәфәр ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереүгә генә түгел, шулай уҡ Өфөлә газ эшкәртеү буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреүгә лә бәйле.
.


Вернуться назад