Тыуған ерҙән торған ер артыҡ, тибеҙ. Сит яҡта юғалып ҡалмайым тиһәң, һиңә ниндәй сифаттар хас булырға тейеш? Уңышҡа өлгәшеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Берәүҙәр тырышлыҡты өҫтөн күрер, икенселәр тәүәккәллеккә баҫым яһар... Ә бына Балаҡатай районында ғүмер итеүсе "Альянс и К" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Таран ниндәй фекер йөрөтә икән?
– Әҙәм балаһы был донъяны йәмләр һәм уға йәнлелек индерер өсөн тыуа, ә ҡайҙалыр мүкләнеп ятыу өсөн түгел, – тип һөйләй Сергей Антонович. — Тормош иҫ киткес матур һәм шул тиклем ҡыҙыҡлы. Бер генә миҫал килтерәм. Кафеларымды төҙөгәндә береһенең дә башҡаларҙыҡына оҡшамауын теләнем, ҡыҫҡаһы, үҙенсәлекле проектты һайланым — бер төрлөлөктән ҡастым.
Ысынлап та, Яңы Балаҡатай ауылындағы "Трактиръ" һәм "Чаща" кафелары әллә ҡайҙан балҡып ултыра, уларҙы ғәмһеҙҙәр һәм битарафтар ғына шәйләмәҫ. Заманса итеп төҙөлгәндәр: бер нисә ҡатлы, бүлмәләр шулай уҡ бер-береһен ҡабатламай, автомобиль ҡуйыу урыны иркен, баҡса оазисты хәтерләтә...
Туҡланыу урыны тураһында һүҙ барғанда, моғайын, күптәрҙең уйында аш-һыу төрлөлөгө тыуалыр, был тәбиғи. Үҙ сиратында беҙ ҙә балаҡатайҙарҙың ниндәй ашамлыҡтарҙы яратыуы тураһында төпсөндөк. Сергей Таран әйтеүенсә, ашнаҡсылар халыҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалырға тырыша. Шулай булмай ни! Мәҫәлән, башҡорттар бишбармаҡ, һурпалы ашты йыш һорай, урыҫ кухняһына өҫтөнлөк биргәндәр ҙә мәхрүм ҡалмай – солянка, рассольник, жаркое өҫтәлдән өҙөлмәй.
— Ғәҙәттә, ашхананан сыҡҡанда хужаларға рәхмәт әйтергә күнеккәнбеҙ, хөрмәт йөҙөнән ул шулай булырға тейеш тә. Шул уҡ ваҡытта кафе тупһаһын аша атлап инеүселәргә, киреһенсә, һеҙ рәхмәт белдерегеҙ тип өйрәтәм хеҙмәткәрҙәремде, – ти эшҡыуар. Картуфтан булһынмы, ҡарабойҙайҙан тиһеңме, онданмы – һәр береһенән бихисап аш-һыу әҙерләргә мөмкин, юғиһә ҡайһы берәүҙәр дөгөнән тик былау ғына бешерергә өйрәнгән, тигән фекерен белдерҙе әңгәмәсем. Һиҙгәнһегеҙҙер, уның төрлөлөктө үҙ итеүе асыҡ күренә. Кафеға халыҡтың йөрөүе-йөрөмәүе хаҡында ла белештек. Йәшерен-батырын түгел, бөгөн район үҙәгенә күсенгәндәр күбәйгәндән-күбәйә. Ауылдарҙан төрлө йомош менән килеүселәр ҙә тамаҡ ялғау өсөн кафеға һуғыла. Хәйер, туй тантаналары, ижад кисәләре, юбилейҙар, тыуған көн байрамдары, бүтән төрлө саралар ҙа бында шаулап-гөрләп уҙа. – Эш белмәгәндәрҙе түгел, эш һөймәгәндәрҙе йәлләйем, – ти Сергей Антонович. – Байтаҡ йылдар автотранспорт предприятиеһында юғары вазифалар биләнем. Төрлө хәл-ваҡиғаға тарыйһың, рейстан ҡайтып етә алмайынса юлда тороп ҡалған саҡтар ҙа була. Шул саҡта ҡул аҫтында нимә бар, шунан ризыҡ әҙерләйһең инде. Үҙемә килгәндә ғөмүмән, бешеренергә һәм тәмле итеп ашарға яратам.
Әйткәндәй, Сергей Таран – Ҡаҙағстан кешеһе, үҙгәртеп ҡороу осоронда Башҡортостан уны үҙенә һыйындырған.