Төшөргәндәр… Ҡайҙа?18.01.2012
Үҙебеҙҙең киностудия эшләй башлаясаҡ! Был яңылыҡты шатланып ҡабул иткәйнек. Шулай булмайса! Заманында тәүгеләрҙән булып автономия алған данлыҡлы, ҡеүәтле республиканың нишләп әле үҙ киностудияһы булмаҫҡа тейеш? Ә бит беҙҙә һәр кеше хайран ҡалып ҡарарлыҡ фильм төшөрөү өсөн тулы ерлек бар: халҡыбыҙҙың данлы тарихы, донъя күләмендә һан алған шәхестәребеҙ, легендаларға торошло батырҙарыбыҙ бихисап. Ваҡыт үтә торҙо. Ниндәйҙер эштәр күренгән дә һымаҡ. Әммә әлегә өмөттәребеҙ аҡланғандай түгел.
Ана шундай уйҙар тыуҙы Контроль-иҫәп палатаһында “Башҡортостан” киностудияһының 2009 – 2011 йылдарҙағы эшмәкәрлеген тикшергәндә. Киностудия 2006 йылда асылды. Коллегияла палатаның бүлек начальнигы Илдар Булатов әйтеүенсә, был осорҙа киностудияға 96 миллион һум самаһы аҡса бүленә, шуның 62,4 миллион һумы фильмдар төшөрөү өсөн тип билдәләнә. Әммә тикшереү барышында аҡсаның ни бары 21,1 миллион һумы ғына һөҙөмтәле тотонолғанлығы асыҡлана, ә ҡалған 75 миллионды башҡа юҫыҡҡа “төшөргәндәр”.
Фильмдарҙы прокатҡа биреүҙән, дисктарҙы һатыуҙан 400 мең һум табыш алынған, уның 320 мең һумын “Ел ҡыуыусы” фильмы килтергән. Мәғлүм булыуынса, унда барыбыҙ ҙа хөрмәт иткән билдәле актер Марат Бәшәров та ҡатнашҡайны.
Өс йыл эсендә киностудия бөтәһе 41 фильм төшөрөргә тейеш булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле уның ун бере генә әҙер, туғыҙы буйынса эш дауам итә. Был ваҡытҡа прокатҡа ни бары өс фильм ғына тапшырылған.
“Кәрим Хәкимов – Кремлдең Яҡын Көнсығыштағы вәзире” тигән фильм буйынса асыҡлайһы һорауҙар етерлек ине. Киноны үҙебеҙҙең киностудия төшөрөргә тейеш булһа ла, әммә ни ғәләмәт, ул Мәскәүҙәге “Райт фильм”ға барып юлыға. Бының өсөн мул ғына аҡса ла бүленгән. Уны республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы студияға күсерә, ә улары Мәскәүгә юллай...
Билдәле булыуынса, быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Тарихи ваҡиға айҡанлы ойошмаға “Төньяҡ амурҙары” тигән фильм төшөрөү өсөн 10 миллион һум аҡса бүленә, һәм быйыл кино һөйөүселәр уның менән танышырға тейеш ине. Әммә уны бер нисек тә өлгөртә алмаясаҡтарын белдерҙе киностудия етәксеһе.
Фильм төшөрөүҙең күп аҡса һурыуы, мәшәҡәтле, баш ҡатырғыс эш булыуы хаҡында ишеткән бар ине. Башың эшләһә, уның харап төшөм килтереүе тураһында ла беләбеҙ. Коллегияла ҡатнашыусылар бының ысынлап та шулай икәнлегенә йәнә бер тапҡыр инанды. Ҙур хәстәрҙәр менән тирләп-бешеп йөрөгән киностудия етәкселеге, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, үҙҙәренең буталып киткәнен абайламай ҙа ҡала, бәлки, киноға тигән аҡса бәғзеләрҙең кеҫәһенә лә төшөп киткәндер.
Тикшереү барышында Мәҙәниәт министрлығы 2009 йылда киностудияға 22 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе тураһында мәғлүмәт бирә. Уның 15 миллионы 14 фильм төшөрөү, ә ҡалғаны сығымдарҙы ҡаплау өсөн тип күрһәтелә. Ә киностудия иһә дүрт фильм төшөрөү өсөн 2,8 миллион һум аҡса алдыҡ тигән документ бирә.
Киностудиялағы биналарҙы милексе менән килешеп-нитеп тормай ҡуртымға биреү йәһәтенән дә буталсыҡтар бихисап. Документтарҙа бер төрлө сумма күрһәтелһә, тикшерә башлағас, бөтөнләй икенсе һандар…
Ултырышта ҡатнашыусылар, кино төшөрөү өсөн бүленгән дәүләт аҡсаһының тырым-тырағай юғалыу серен бик-бик белгеһе килеп, һорау артынан һорау яуҙырҙы.
– Ул сама аҡса ҡайҙа булған?
– Мәҙәниәт министрлығы нимә ҡараған, нишләп киностудияның эшен контролдә тотмаған?
– Ваҡытында отчет талап итергә була ине бит…
– Ни өсөн Кәрим Хәкимов хаҡындағы фильмды Өфөлә төшөрөүҙән баш тарттығыҙ?
Әммә мәҙәниәт министры урынбаҫары Юлия Ольговская, киностудия директоры Айбулат Юнысов, баш бухгалтер Гүзәл Ҡолоева үҙҙәрен партизандарса ныҡ тотто – артыҡ бер ни ысҡындырманы. Хәҙер уларҙың “уңыш сере” менән республика Прокуратураһында, Эске эштәр министрлығында ла ҡыҙыҡһынырҙар, моғайын...
В. ӘХМӘТОВ.


Вернуться назад