Затына ырыҫ, ауылына ҡот бирәләр18.01.2012
Затына ырыҫ, ауылына ҡот бирәләрЯңы Собханғол ауылында Йәнифә менән Мәжит Манаповтарҙың ғаиләһендәге ҡыҙ бала 1941 йылдың аҙағында донъяға тәүге ауазын һалған. Ул заман өсөн хас күренеш: әсәһе ҡырҙа малсылыҡта эшләй, атаһы — һуғышта. Ҡурайсы, гармунсы, бейеүсе Мәжит Манаповтың фронттан алты ғына хаты килә, ә һуңынан “хәбәрһеҙ юғалды” тигәне йөрәктәрҙе телә.
Үҙ ауылында — ете класс, Иҫке Собханғолда йәнә ике йыл уҡыған Шәкирә тома һуҡыр Камила өләсәһен ҡарарға өйҙә ҡала. Биш намаҙын ҡалдырмай өләсәһе, ейәнсәренә терәк булып, бөтөнләй күрмәһә лә, йөн иләй. Операция яһатайыҡ, тиһәләр ҙә: “Аллаһы Тәғәлә белеп һуҡыр иткәндер”, — тип риза булмай.
Шәкирәнең эсәр һыуы Ҡараташта булғандыр, күрәһең. 1963 йылда Ҡыпсаҡ ауылына килгән теремек ҡыҙ февраль башында эш башлай һәм март аҙағында Булат Шәмиғоловҡа кейәүгә сыға. Ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған, ҡулы оҫта Булат Мөбәрәк улы менән алты балаға йән биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Эшкә талымһыҙ Шәкирә фермала һауынсы, интернатта ашнаҡсы, ауыл хакимиәте һәм колхоз идараһында йыйыштырыусы булып, хаҡлы ялға сыға.
Заманында Каруанһарайҙа ғилем эстәгән Мәжит ағайҙың нәҫеле олатай рухына тап төшөрмәй. Мәҫәлән, Фәнүзә апай — Яңы Уренгой ҡалаһында китапханасы; Фәнил ағай — медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре; Йыһанур ағай шоферлыҡҡа уҡыған, Афған юлдарын үткән, таҡта ярыу цехы асып, үҙ эшен ойошторған. Ғаффар ағай Йылайырҙа ветеринария техникумын тамамлаған, башкөллө сауҙа эшенә сумған, Филиә апай Пенсия фондында эшләй, Илнур ағай Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡыған. Балаларының һәр ҡайһыһы башлы-күҙле, 15 ейән-ейәнсәргә һәм бер бүләгә өләсәй ул Шәкирә Шәмиғолова.
Булмышына динсел ике өләсәй тәрбиәһе һалынған инәйҙең балаларының шәфҡәтле һәм ярҙамсыл булыуы барыһын да һоҡландыра. Иман нуры бөркөп торған көмөш айлы мәсет — уландарының сауаплы ғәмәлдәрелер. Шөкөр, Ураҙа байрамы, Ҡорбан ғәйете уҙғарылыр, йома намаҙы уҡылыр Аллаһ йортонан аҙан тауыштары тынғаны юҡ. Әйткәндәй, сауҙа өлкәһендә ышаныслы аҙымдар менән алға барыусы Ғаффар ағайҙың бер магазинында ла спиртлы эсемлек һатылмай, хәләл ризыҡтарға ғына өҫтөнлөк бирелә. Балаларына талапсан әсәйҙең фекере шул: “Мин намаҙ уҡып ултырам, һеҙ эсемлек менән сауҙа итһәгеҙ, ни була инде? Һатыу эшендә хаҡтың тейешен генә ҡуйығыҙ”.
Илнур ағай ҙа намаҙҙа. Шәкирә инәй үҙе лә ураҙаһын ҡалдырмай, ифтар мәжлестәрен башлап, өгөт-нәсихәтһеҙ генә өлгө күрһәтеп, аяттар уҡып, моңло мөнәжәттәр әйтеп, үҙ артынан эйәртә. Улдары һәм килендәре лә игелекле. Бал ҡорто күселәй геүләп торған йортта ҡатын-ҡыҙ затының ҡайһыһы ҡыҙы, ҡайһыһы килене икәнен дә белмәҫһең. Килендәре өсөн ҡәйнә — тиңдәш, рухи яҡтан терәктәш. Әллә ниндәй яҡыныңа сисмәҫ серең дә ҡәйнә күңеленә һыя, ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләнеп ҡуйыла.
Балалары әсәй һүҙенән сыҡмай. Эште уның менән кәңәшләшеп, уның фатихаһы менән башлайҙар. Шәмиғоловтарҙың ҡайһыһын ғына алһаң да, шәфҡәтлелек, изгелек төшөнсәһе улар өсөн генә әйтелгән кеүек. Шәкирә инәйҙең ауыр тормошта йәшәгән ғаиләләргә һәм етемдәргә күрһәткән изгелектәрен һанап та, яҙып та бөтөрлөк түгел. Донъя шаулатыу, дан өсөн түгел, ә етемлек һурпаһын татып үҫкән инәйҙең ғүмерлек күңел талабы буйынса эшләнә был.
Гиппократ антына тоғро Фәнил улы ла мохтаждарға булышлыҡ итергә әҙер. Олоһо-кесеһенән мең рәхмәтле булып ҡайтҡанында ла, эш урынында ла ҡул-тел ярҙамынан өҙмәй. Республиканың төрлө районында барҙыр Фәнил Булат улының пациенттары. Барыһын да ихласлап тыңлар, кәрәк икән, тейешле дауаханаға йүнәлтмә йүнәтешер, ихтыяр көсөң һүнеп, өмөт сырағы ана һүнәм, бына һүнәм тип торғандарҙы ла ләүкетеп ебәрер һуңғы таянысы данлыҡлы ауылдашыбыҙ. Кәрәк тип тапһа, Дим биҫтәһендәге дауаханаға һалып дауалар.
Ауылдың барса сараһы эшҡыуар Йыһанур менән Ғаффар улдарының бағыусылыҡ ярҙамында атҡарыла. Юлайҡан әллә кемдәрҙең йомоштарын атҡарып, техника менән дә эскерһеҙ булышып торалар. Атай нигеҙенә заманса дан итеп йорт һалып, әсәләренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә балалары. Тәңре хаҡына тиңләнер күршеләре менән табындары уртаҡ. Аталары ахирәткә күскәс, дилбегә оло улы Фәнил ҡулында. Һәр эште кәңәшләшеп, уртаҡ хәл итеп йәшәй Шәмиғоловтар.
Инәй күптән мал аҫрамай инде. Ғөмүмән, беҙҙең ауылдың өҫкө урам инәй-апайҙары, тандыр ғына донъя көтәләр ҙә, балалары эйәле-күҙле булып бөткәс, ҡәҙерҙәре менән генә теҙгенде уларға тоттора ла ҡуялар. Пенсия килеп тора, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫә, ә өҫтәлдән ҡаймағы, һөтө, ҡорото, ит-һурпаһы өҙөлгәне юҡ. Шәкирә инәйҙең балалары һәм ауылдаштары араһында абруйы ҙурлығына ишаралыр был.
Үҙе лә әллә кемдәргә бағыусы. Элегерәк шәхси хужалығынан килгән килеме булғанға тиер инең. Бөгөн дә һис кемде буш сығармай, хәленән килгәнсә булышлыҡ итә. Улдары, ейәндәре лә үҙенә оҡшап ихлас һәм ярҙамсыл. Баш ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтыусы Фәнил Булат улын, мәҫәлән, бер ҡараһаң, күршеһенә Ҡараташтан һыу килтергән сағында күрәһең, әйләнеп ҡарағансы, утын индергән булыр.
Ғүмер буйы матурлыҡҡа ғашиҡ Шәкирә инәйҙең күҙ нурҙары түгеп сигелгән әйберҙәре сымыры йорт эсен биҙәй. 2001 йылда глаукомаға операция яһатып, сараһыҙҙан, ҡул эштәренән тамам төңөлгәс, күңел йылыһын гөл-сәскәләргә бирә. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ҡырыҫ Ҡыпсаҡ тәбиғәтенә бирешмәҫ бихисап сәскәләр йорт алдын ғына түгел, ә ауыл урамын да йәмләй. Һоҡланғыс күренешкә юлаусылар ҙа тамаша ҡыла. Байрам, йәй көндәре йорт һәм ихата эсе ейәндәр тауышынан гөрләп тора. Барса ейәндәре өләсәй ҡанаты аҫтына һыйынып үҫә.
...Улдары бүләк иткән тәңкә суҡлы аҡ таҫтарын ябынып, һалмаҡ баҫып, урамдан ауыл ағинәйе Шәкирә Шәмиғолова атлай. Йома көн аятҡа барыуылыр. Булмышынан ихласлыҡ, йөҙөнән нур бөркөлә. Бер уйлаһаң, ҡәҙимгесә донъя көтөп, һәүетемсә генә йәшәгән ябай ауыл ҡатыны ул. Затына ырыҫ өҫтәүсе, ауылға ҡот биреүсе балаларын ергә ныҡ баҫып йәшәргә өйрәтеүсе, артынан эйәртә белеүсе бөйөк әсә лә. Аҡ ҡар өҫтөндә ҡалған эҙ, гүйә, ғүмер бушҡа үтмәгән, үҙеңдән һуң әллә кемдәргә етер яҡты нурың бар һинең тигәндәй.
Миләүшә ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.


Вернуться назад