Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александр Васильевты Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Васильев Александр Юрьевич 1971 йылда Архангел районында тыуған. Өфө авиация институтын һәм Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.
1994—2008 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында эшләп, өлкән дәүләт һалым инспекторынан идаралыҡ етәксеһе урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үткән. 2008 йылда — “БТА Банк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өҫтәмә офисында идарасы. 2012 йылдан — иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, шул уҡ йылдың октябренән алып әлегә тиклем Башҡортостандың Территориаль үҫеш агентлығы етәксеһе булды.