“Полиэф” акционерҙар йәмғиәтендә полиэтилентерефталат етештереүҙе йәнә 50 процентҡа арттырыу мөмкинлеге биргән яңы ҡоролма сафҡа инде. Йылдан ашыу барған төҙөлөш донъяның 35 иленән килтерелгән заманса йыһаздар ярҙамында ҡалҡты. Бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме йәлеп ителде. Хәҙер бында йылына 140 – 210 мең тонна самаһы ошо продукция етештереләсәк.
Тантаналы сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотланы, яңы проекттың иҡтисад өсөн файҙалы булыуы хаҡында һөйләне.
– Беҙҙә яҡшы инвестиция мөхите булдырылған. Табыш, мөлкәт һалымдары буйынса һиҙелерлек ташламалар биргән закондар эшләй, былар миллиондарса һум менән иҫәпләнә. Мин был аҡса предприятие, яңы ҡеүәттәр төҙөү өсөн артыҡ булмаҫ тип уйлайым. Беҙ киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Полиэтилентерефталат сәнәғәттә һалҡын эсемлектәр, һөт аҙыҡтары, медицина препараттары, көнкүреш химияһы һәм башҡа тауарҙарға һауыттар етештереү өсөн ҡулланыла. Ул аҙыҡҡа ыңғай тәьҫире, кешегә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыянһыҙ булыуы, тулыһынса яңынан эшкәртеү мөмкинлеге, энергия сығанаҡтарын күп сарыф итмәүе менән отошло.