Йүнселдәр яҡлауға мохтаж18.04.2014
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре менән шөғөлләнгән махсус министрлыҡ ойошторолоуы ихтимал. “Euromoney” журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта хәбәр итә.

Республика башлығының фекеренсә, бәләкәй һәм уртаса предприятиелар иҡтисадтың йылдам үҫеүсән секторын һәм буласаҡ уңыштың нигеҙен тәшкил итә. Әлегә был звено етерлек ҡеүәт тупламаған, әммә тейешле ярҙам булған осраҡта һиҙелерлек һөҙөмтә биреүе ихтимал.
Бөгөн ошондай предприятиеларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән байтаҡ башланғыс бар. Улар иҫәбенә арзан кредит биреү, ерҙе рәсми теркәүгә административ кәртәләрҙе бөтөрөү, дөйөм мәсьәләләрҙе көйләү, бизнесты үҫтереү өсөн уңайлы мөхит булдырыу инә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай структураны ойоштороу зарурлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының үҙ ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн даими ҡурсалауға, ярҙамға һәм яҡлауға мохтажлыҡ кисереүенә бәйле. Әйткәндәй, ошондай ойошмалар тулайым төбәк продуктының — 20, сәнәғәт етештереүенең 6 процентын тәьмин итә.



Вернуться назад