Кредит менән һаҡ бул!15.04.2014
Кредит менән һаҡ бул!
Яңыраҡ районыбыҙҙың "Урал" гәзите редакцияһына оло ғына йәштәге ҡатын килде. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Ул беҙгә ғаиләһендә килеп тыуған хәл тураһында һөйләне.

"Рәсәйҙә кредит алмаған берәй кеше бармы икән? — тигән һорау менән башлап ебәрҙе ҡатын хәбәрен. — Юҡтыр, ҡалалағы әллә нисәмә банкка ингәнем бар, кредит артынан һыу буйы сират тора. Олоһо ла, йәше лә ала. Бына мин, шуларҙы түләй торғас, йоҡомдан ҡалдым. Фатирға ремонт эшләргә тип банктан аҡса алғайным. Хәл барҙа матур өйҙә йәшәп ҡалғым килде. Эшләп йөрөйөм, пенсия ла килеп тора. Һәйбәт кенә түләп киләм.
Бер ваҡыт ҡараһам, паспортымды юғалтҡанмын. Башта иғтибар итмәнем. Документ кәрәк булғас, таба алмайым. Күп тә үтмәне, кредитығыҙҙы түләгеҙ, процентығыҙ үҫә, тип хат килеп төштө. Хаттағы адрес буйлап юллап киттек. Магнитогорск ҡалаһының бер магазинынан 120 мең һумлыҡ шәшке тун алған булып сыҡтым! Тулҡынланыуҙан йөрәгем туҡтар хәлгә етте, көйәләнеүҙән, илауҙан ябығып бөттөм. Полицияға ла, прокуратураға ла барҙым — файҙа юҡ. Тун минең документтар менән алынған. Шулай итеп, икенсе банктан кредит картаһы алып, кемдер кейеп йөрөгән тун өсөн түләй башланым. Шуныһы ғәжәп: кредит картаһы алғанда "Башҡа банктарҙа бурысығыҙ бармы?" тип тә һораманылар, тотторҙолар ҙа сығарҙылар. Шулай итеп, кешеләр еңел генә бурысҡа бата инде, аҙаҡ түләй алмай ҡаңғыра. Ә банктар суд аша барыбер түләтеп ала..."
Эйе, һуңғы ваҡытта банктар бик әүҙемләшеп китте. Кешеләрҙең мөмкинлектәрен иҫәпкә лә алмай, кредит карточкалары тараталар. Хатта бер заман карточкаларҙы почта аша ла ебәреп маташтылар. Ә хәҙер телефон аша бәйләнешкә инергә оҫтарып алдылар. Көндөҙ ҙә, төнөн дә смс-хәбәр килә. “Банк һеҙгә иң түбән процент менән кредит бирә, бының өсөн бына ошо телефонға шылтыратығыҙ” тип номерын ебәрәләр. Үҙҙәре лә туҡтауһыҙ шылтырата. Картаны ҡулға алыу менән файҙаланырға өндәй башлайҙар.
Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшөн банк хеҙмәткәрҙәре шылтыратып йөҙәтә. Кредит ойошмаларының барыһында ла тиерлек был өлкәлә бик оҫта эшләгән менеджерҙар тупланған. Улар ваҡытында түләп барған тәртипле клиенттарҙың кредит тарихын күҙәтә һәм уларға "һунар" башлай. Был — үҙенә күрә бер селтәр маркетингы. Менеджерға кредит алған кеше өсөн гонорар түләйҙәр.
Рөхсәтеңдән тыш һиңә кредит лимиты асыусылар ҙа осрай. Ундай картаны тотонмаҫҡа ла мөмкин, әммә банктар хәйләле аҙымға бара: смс-хәбәр өсөн булһа ла ай һайын әлеге иҫәптән аҡса һура башлай. Әгәр ҙә һеҙгә почта аша кредит карточкаһы килгән икән, уны юҡ итергә ашыҡмағыҙ, банк менән бәйләнешкә инеп, блокировкалау тураһында белешегеҙ. Законға ярашлы, картаны активлаштырғандан һуң ғына банк менән бәйләнешегеҙ башлана.
Әгәр ҙә инде кредит карточкаһы алһағыҙ, уны дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. Бының өсөн банк менән төҙөгән килешеүҙе ентекләп өйрәнеп, унда күрһәтелгән льготалы түләү графигынан тайпылмаһағыҙ, банкоматтан ҡулаҡса алған өсөн генә процент түләйәсәкһегеҙ. Әгәр инде льгота ваҡытын үткәреп ебәрһәгеҙ, бурысҡа батыуығыҙ ихтимал.


Вернуться назад