Үҫеште күрмәү мөмкин түгел15.04.2014
Үҫеште күрмәү мөмкин түгел
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы Ирек Хурамшин менән Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына юлланғанда әҙ-мәҙ генә һибәләгән ҡар Яңыбай ауылына етәрәк уғата көсәйҙе, ҡапыл һепертмә буран башланды. Быны ғына күргән бар тигәндәй, "ҡорос атыбыҙ" алға елдерҙе, артта ҡойондар ғына уйнап ҡалды...


Өфөләге ҡояшлы көндәрҙе уйлап, әлеге ҡырыҫ һауа торошона аптыраулы ҡараш ташлауымды юлдашым һиҙҙе буғай.
– Барыһына ла күнеп бөткәнбеҙ инде, әгәр көтмәгәндә дауыл ҡупһа йәки күк ҡабағы асылһа ла, ғәжәпләнмәҫ инек, – ти Ирек Ғәлимйән улы, йылмайып. – Беҙҙә яҙ яҡынса өс аҙнаға һуңлай, өҫтәүенә көҙ ҙә сама менән егерме көнгә иртә килә. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа алып барабыҙ малсылыҡ тармағын.
Хужалыҡтың идараһы Түбәнге Исҡуш ауылында урынлашҡан, шул тарафҡа боролдоҡ. Ыҫпай кейенгән, ҡултығына папка ҡыҫтырған ир-уҙаман ҡаршы алды беҙҙе – үҙен хужа тип таныштырҙы. Киров исемендәге кооператив рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрий Лутков икән. Уның белдереүенсә, хәлдәре ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтар ҙа булған, әммә хужалыҡты тарҡатыуға юл ҡуйылмаған: юҡты бар иткәндәр, кредитҡа батҡандар, эш хаҡын тартып-һуҙып түләгәндәр...
Үҫеште күрмәү мөмкин түгелҺуңғы йылдарҙа күҙәтелгән үҫеште танымау мөмкин түгел. Заманса һөт тултырыу ҡорамалдары урынлаштырылғас, хәҙер һауынсылар ауыр күнәк күтәреп йөрөмәй. Һыуытҡыс алыу ҙа байтаҡ мәшәҡәттән ҡотолдорған. Бынан тыш, транспортерҙар тиҫтәгә яҡын эшсене алмаштырған. Шуларҙан һуң "тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан" тимәй ҡара!
Әле һыйырҙарҙың быҙаулау осоро тамамланған. Малсыларҙың маҡсаты – уларҙы имен-аман йәйләүгә сығарыу.
"Былтыр мал аҙығы байтаҡ әҙерләнде, хәйер, йыл да һалам-бесәнде артығы менән һалып ҡуябыҙ, – ти Юрий Николаевич. – Күршеләргә генә түгел, ситтән һорап килеүселәргә лә арзанға һатҡан саҡтар булғыланы. Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ә көнө-төнө ашап торорға күнеккән мал хаҡында әйтәһе лә түгел".
Бында Түбәнге Исҡуш, Үрге Исҡуш һәм Сосновый Лог ауылдарының халҡы эшләй. Кооператив рәйесе малсы Фәнил Сабиров, механизаторҙар Юрий Щукин, Николай Журавлев, водитель Федор Поспелов, быҙау ҡараусылар Тамара Худякова, Людмила Бучацкая, һауынсылар Наталья Резвых, Нина Анферова, Венера Байтиеваларҙы, баш ветеринар вазифаһындағы йәш белгес Евгений Субботинды маҡтап телгә алды.
Юрий Лутков ғәмәлгә ашҡан бурыстары тураһында ғына һөйләп ҡалманы, киләсәккә пландары менән дә таныштырҙы.
– Иң мөһиме – ауыл йәшәһен тип тырышам. Кооперативты аяҡҡа баҫтырғанда ошо уй башымдан сыҡманы, – тине ул.
Рәйес менән ауыл урамдарынан үттек. Мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөнгә, ихаталарында ҡайнашҡан кешеләргә, урамда сыр-сыу килгән бала-сағаға ҡарағанда танышымдың йөҙөндә йылмайыу сатҡылары, ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел тигән ҡәнәғәтлек тойғоһо сағыла ине...


Вернуться назад