Һаҡсыл тотонайыҡ, ваҡытында түләйек12.04.2014
Электр энергияһын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренән файҙаланыусылар, яғыулыҡ-энергетика баҙарында һөҙөмтәле эшләгән компаниялар араһында ойошторолған «Ышаныслы партнер» проекты «ЭСК РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа был федераль акцияның төбәк этабында еңеп сығыусыларҙы ҡотланылар.

Сәнәғәт предприятиелары, сәнәғәткә ҡарамаған, бюджет электр энергияһын тапшырыусы ойошмалар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар номинациялары буйынса еңеүселәр договор шарттарын теүәл үтәү, файҙаланылған электр энергияһы өсөн бурыстарҙың булмауы, түләүҙәрҙе ваҡытында атҡарыу кеүек күрһәткестәр буйынса һайлап алынды. «Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Олег Козловтың әйтеүенсә, былтыр предприятие ҡулланыусыларға 18 миллиард киловатт-сәғәт электр энергияһын еткергән. Был сумманың 98 процентына хаҡ түләнгән.
Бюджет ойошмалары араһында республика Прокуратураһы, Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең төбәк бүлексәһе еңеүсе тип танылды.



Вернуться назад