Һигеҙ хужалыҡ — ”500 ферма”ла11.04.2014
Ошо көндәрҙә тағы ла дүрт хужалыҡ һөт малсылығын үҫтереү һәм комплекслы яңыртыу буйынса 2016 йылға тиклем иҫәпләнгән “500 ферма” айырым маҡсатлы республика программаһына ҡушылды.

Конкурс комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса Балтас районындағы “Рассвет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм шәхси эшҡыуар Р.Ш. Дилмиевкә, Илеш районының ХХII партсъезд исемендәге, Саҡмағош районының “Герой” ауыл хужалығы кооперативтарына “500 ферма” программаһында ҡатнашыусы статусы бирелде. Йыл башынан алып Министрлыҡ тарафынан ошо программаға йәмғеһе һигеҙ хужалыҡ индерелгән.
Әйткәндәй, “500 ферма” 2012 йылдың яҙында барлыҡҡа килде. Уның төп маҡсаты – фермаларҙа мал аҫрау өсөн тейешле шарттар булдырыу. Әлегәсә 120-нән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы программала ҡатнашыусы статусын алған. Яңыртылған фермаларҙа һауым, республика буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, сирек өлөшкә артҡан.



Вернуться назад