22-25 апрелдә Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар-2014” ХХII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә. Республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығындағы осрашыуҙа һүҙ ошо йыйындың үҙенсәлектәре хаҡында барҙы.
Донъялағы, илдәге бөгөнгө сәйәси ваҡиғалар һәр кемгә мәғлүм. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын теләмәгән Көнбайыш беҙгә иҡтисади санкциялар менән янай. Был сара тап ошондай киҫкен мәлдә үтеүе, унда мөһим мәсьәләләр ҡаралыуы менән иғтибарға лайыҡ. Шуны билдәләргә кәрәк: республикабыҙҙа ла ил иҡтисадына ҙур өлөш индерерҙәй сәнәғәт үҙәктәре юҡ түгел. Мәҫәлән, Ишембайҙа нефть эшкәртеү өсөн катализаторҙар етештерәләр, ул Рәсәй баҙарындағы ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек, сифаты ла юғары. Әммә беҙ башлыса сит ил катализаторҙарын ҡулланабыҙ, үҙебеҙ етештерә алғанды, миллиардлап аҡса түгеп, башҡаларҙан һатып алабыҙ. Был юҫыҡта уйланаһы, хәл итәһе эштәр байтаҡ. Шуға ла йыйында илдең иҡтисади үҫешенә етди йоғонто яһарҙай ныҡлы ҡарарҙар ҡабул ителеүе көтөлә.
Бөгөн илебеҙ Көнбайыш технологияларын ҡулланыуға, уларҙың тауарын һатып алыуға һалышҡан. Хатта ҡайһы ваҡытта үҙебеҙҙең нимә файҙаланғаныбыҙҙы аныҡ ҡына аңлап бөтмәйбеҙ. Ә бит ватан технологиялары сит илдәрҙекенән бер ҙә ҡайтыш түгел. Бөгөнгө сәйәси хәл беҙҙе был юҫыҡта һиҫкәнергә мәжбүр итә.
Алда торған йыйында ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.