Башҡортостан Хөкүмәте Өфөлә уҙғарылған Euromoney форумында инвестиция килешеүҙәре төҙөнө. Республика исеменән документтарға Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Сарала шприцтарға препараттарҙы алдан тултырып етештереүҙе ойоштороу проектын тормошҡа ашырыу шарттары раҫланды. Яңы производствола 60-ҡа яҡын эш урыны булдырыласаҡ тип күҙаллана. Проект баҙарҙа шприцҡа тултырылған препараттарға ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итәсәк.
“ИНМАН” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү иһә етештереү ҡеүәтен киңәйтеүҙе, гидравлика крандары етештереүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тота. Өҫтәүенә 220 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Ике документ та предприятиеларға табышҡа һалым буйынса ташлама биреүҙе, шулай уҡ төбәк ҡаҙнаһына индерелгән мөлкәткә һалымдың бер өлөшөнән азат итеүҙе билдәләй. Бынан тыш, республика Хөкүмәте ВВС World News телеканалы менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Форумда телеканалдың Рәсәйҙәге коммерция вәкиллеге менән килешеүгә ҡул ҡуйылды.