Башҡортостан иҡтисади үҫештә үҙенең минераль-сеймал ҡеүәһе менән мөһим урынды тотҡан төбәктәр иҫәбенә инә. Уны үҙләштереү беҙҙең республиканы Рәсәй Федерацияһы масштабында хужалығы төрлө яҡлап үҫешкән эре төбәккә әүерелдерҙе.
Республиканың иҡтисади хәле, нигеҙҙә, нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, тау сәнәғәте тармаҡтары менән билдәләнә. Башҡортостан нефть сығарыу буйынса Төмән өлкәһенән һәм Татарстандан ҡала — өсөнсө, ә эшкәртеү буйынса беренсе урында бара. Уралдың баҡыр, цинк сәнәғәтендә беҙҙең предприятиелар биргән концентраттар шаҡтай ҙур өлөштө тәшкил итә. Алтын, тимер, баҡыр-колчедан мәғдәне, көрән күмер табыу әүҙем бара. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡ сығарыу – республика хужалығында көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был бигерәк тә төҫлө металлургияға ҡағыла, сөнки ул, ҡайһы бер башҡа тармаҡтар (машина эшләү, оборона сәнәғәте) кеүек үк, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ауыр хәлдә тороп ҡалды.
Республика биләмәһендә төрлө файҙалы ҡаҙылмаларҙың 3 меңдән артыҡ ятҡылығы иҫәптә тора. Улар араһында 200-ҙән күберәк нефть һәм газ-конденсаты, 10-ға яҡын көрән күмер, 14 баҡыр-колчедан мәғдәне, 20-ләгән тимер мәғдәне, бер нисә боксит ятҡылығы, һибелмә алтындың бик күп ваҡ ятыштары бар.
Һуңғы йылдарҙа геологтар Белорет районында ифрат ҡыҙыҡлы ике ятҡылыҡ асып ҡыуандырҙы. Уларҙың береһе – плавик шпатының (минералогия фәнендә – флюорит) Суран ятҡылығы. Был – оптика, атом, электр менән иретеп йәбештереү (электрод яһау өсөн), алюминий (криолитлы) һәм металлургия сәнәғәте өсөн бик дефицит һаналған минераль сеймал. Һүҙ ыңғайында шуны ла билдәләргә кәрәк: был сеймалды Уралда ла, элекке Союздың Европа өлөшөндә лә тапманылар, Ҡытайҙан, Монголиянан һәм Көнсығыш Себерҙән алдылар. Тимәк, Суран флюорит ятҡылығы — Башҡортостан геологтарының ҙур ҡаҙанышы. Икенсеһе – Исмаҡай магнезит ятышы. Уның запасы бик күп булһа ла, үкенескә ҡаршы, мәғдәне бигүк сифатлы түгел. Ә бына унда юғары сифатлы магнезит алыу өсөн байыҡтырыу фабрикаһын төҙөү мөһим.