Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 28 апрелдән 28 майға тиклем Башҡортостанда дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын һәм юл яны һыҙаттарын төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү буйынса айлыҡ уҙғарыла.
Муниципалитеттарға Һамар — Өфө — Силәбе автомагистрале идаралығы һәм “Башкиравтодор” предприятиеһы менән берлектә айлыҡҡа әҙерлек буйынса штаб, шулай уҡ эшселәр бригадаларын ойошторорға тәҡдим ителде. Был бригадалар асфальт-бетон япмаһын төҙөкләндереү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнәсәк. Айлыҡҡа 10 июнгә тиклем йомғаҡ яһау күҙаллана, тип хәбәр ителә хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында.