Яңы ҡулайламалар булырға тейеш04.04.2014
Рәсәйҙең Транспорт министрлығы бойороғона ярашлы, 1 апрелдән пассажирҙар һәм йөк транспорты хәрәкәт йүнәлешен, водителдәрҙең эш һәм ял ваҡытын теркәү өсөн махсус ҡулайламалар — тахографтар — менән йыһазландырылырға тейеш.

Республика автоинспекцияһында әйтеүҙәренсә, был яңылыҡ ҡала-ара маршруттарҙа эшләгән М2 һәм М3 категориялы автобустарға, коммерция нигеҙендә йөк ташыу менән шөғөлләнгән n2 һәм n3 категория йөк машиналарына ҡағыла.
— Әле Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының 143 хеҙмәткәре тахографтар менән эшләү йәһәтенән белемен камиллаштырҙы. Һәр подразделениела тиерлек кәмендә бер белгес бар, — тине ЮХХДИ начальнигы урынбаҫары Илнур Садиҡов.
Ҡулайламаның хаҡы — 50-53 мең һум. Өфөлә — өс, Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа берәр ойошма уны ҡуйыуға сертификат алған. Тахографы булмаған өсөн водителдәргә — 1-3 мең, вазифалы кешеләргә 3-5 мең һум штраф һалына.


Вернуться назад