“Экада”ла ниҙәр бар?04.04.2014
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында “Экада” программаһында ҡатнашыусыларҙың кәңәшмәһе уҙғарылды. Унда юғары һөҙөмтәле, ҡоролоҡҡа һәм ауырыуҙарға бирешмәүсән яҙғы бойҙай сорттарын сығарыу мәсьәләһе ҡаралды.

Был программа 1995 йылда өс селекция подразделениеһының — Һамар, Пенза һәм Ульяновск ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институттарының — көсөн берләштереү һөҙөмтәһендә төҙөлә. Унда ҡатнашыусылар иҫәбенә 1999 йылда — Башҡортостан, 2004 йылда Татарстан ғилми-тикшеренеү институттары һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандағы “Фитон” фәнни-етештереү фирмаһы ла инә. Шул осорҙан алып “Фитон”ға халыҡ-ара статус бирелә.
Эш программаға ингән һәр ойошманың аҡсаһы иҫәбенә берҙәм методика буйынса ижади берҙәмлек тураһындағы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ материал программала ҡатнашҡан учреждениела үҙаллы төҙөлә. Һәр селекция линияһы буйынса 10 килограмм орлоҡ тупланғас, ҡатнашыусы уларҙы берлектәге производствоға тапшыра. Уларҙың бер биләмәнән икенсеһенә күсеүе һөҙөмтәһендә дәүләт һынауына тапшырылырлыҡ иң яҡшы материал һайлап алына.
Дәүләт һынауына тапшырғанда һәр учреждениеның ошо эштәге өлөшө баһалана. Сортты Селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индергәндә программала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла патентҡа эйә була һәм үҙенсәлекле орлоҡто сығарыу хоҡуғын ала.
“Экада” ваҡытлы ижади коллективы эшләгән осорҙа йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың “экада 6”, “экада 66” (Урта Волга төбәге), “экада 70” (Урта Волга, Урал, Волга-Вятка төбәктәре), “экада 109” (Урта Волга, Урал, Волга-Вятка, ҡара тупраҡлы үҙәк төбәктәр), “экада 113” (Урта Волга, Урал төбәктәре) сорттары сығарылды.
Был сорттарҙың киң таралыуы төрлө тупраҡҡа, һауа шарттарына йылдам яраҡлашыуы хаҡында һөйләй. Уларҙың бөтәһе лә уртаса өлгөрөүсән сортҡа ҡарай, һабағының йығылмауы, төп ауырыуҙарға бирешмәүе менән айырылып тора, оно ла яҡшы технологик күрһәткестәргә эйә. “Экада 109” менән “экада 113” бойҙайҙың сифат йәһәтенән ҡиммәтле сорттары исемлегенә индерелгән. Уларҙың уңышы гектарынан 60 центнерҙан ашыу тәшкил итә.
Башҡортостанда бойҙайҙың “экада 70” сортына өҫтөнлөк бирелә. “Экада 109” һәм “экада 113” сорттары буйынса ла эш алып барыла.
Әлеге сессия эшендә Волга буйы федераль округындағы һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандағы ғилми-тикшеренеү учреждениелары ғалимдары ҡатнашты. Унда шулай уҡ ижади берҙәмлектең эшенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.



Вернуться назад