Таң һарыһын ҡара кискә ялғай04.04.2014
Таң һарыһын ҡара кискә ялғай
Малсылыҡ – ауыл кешеһе өсөн төп табыш сығанағы. Ниндәй генә осор булмаһын, был тармаҡ шулай ҡала килә. Малы барҙың ашы бар, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер ауылда йәшәүселәр һыйырҙы, йылҡыны бер нисә баш ҡына аҫрамай, ә күпләп тота, фермерлыҡ йүнәлеше лә киң ҡолас ала.

Баймаҡ районында үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслашҡан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары йылдан-йыл арта. Уларҙың, төрлө программаларҙы уңышлы файҙаланып, дәүләт ярҙамы алыуы, үҙ хужалыҡтарын яңы кимәлгә күтәреүе хуплауға лайыҡ.
Шундай уңған фермерҙарҙың береһе Нияз Уразбаев Сыңғыҙ ауылында йәшәй. “2011—2015 йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” республика программаһында ҡатнашып, Нияз Рәжәп улы районда тәүгеләр иҫәбендә малсылыҡты үҫтереүгә етди аҙым яһаны. Әйткәндәй, уңған фермер былтыр Мәскәүҙә үткән ХV Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә “Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса алтын миҙалға һәм Дипломға лайыҡ булғайны.
Ике ай эсендә Нияз Уразбаев 30 башҡа иҫәпләнгән ҡура төҙөп ултыртҡан. Байҡара агрофирмаһынан симменталь тоҡомло мал һатып алған, ҡалғанын халыҡтан үҙе йыйған.
— Беҙҙең төбәктә ит һәм һөт тоҡомло мал көтөү күпкә отошло, — ти эшҡыуар. – Ләкин һөттөң үҙҡиммәте бик арзан, етмәһә, яҡында уны тапшырыу пункты ла юҡ.
Ысынлап та, төбәктә һуңғы йылдарҙа һөт тапшырыу мәсьәләһе киҫкенләште. Мәләүез һөт-консерва комбинаты йәй уны бик осһоҙ хаҡҡа ҡабул итә, тиҙ арала иҫәпләшергә лә уйламай. Киләсәктә был проблема район һәм республика етәкселәре ярҙамы менән ыңғай хәл ителһен ине, тигән теләге бар Сыңғыҙ эшҡыуарының.
Бөгөн фермерҙың иң яҡын ярҙамсыһы — бер туған ағаһы Риф. Ул ҡустыһына бар яҡлап булышлыҡ итә, кәңәштәрен бирә. “Ғаилә фермаһы” программаһына эләгеү өсөн төп шарттарҙың береһе — үҙеңдең сәсеүлегең һәм бесәнлегең булыуы. Мал ҡышлатыу миҙгелен уңышлы атҡарып сығып килгән Нияз Рәжәп улы әйтеүенсә, былтыр, ҡоролоҡҡа ҡарамай, үҙе сәскән баҫыуҙарҙан етерлек мал аҙығы туплаған. Ергә хужаларса мөнәсәбәт булғанда ғына яҡшы уңыш алырға мөмкин, ти тәжрибәле фермер.
Әле ул яҙғы сәсеүгә әҙерлекте башлаған да инде. Бер үк ваҡытта ағас эшкәртеү менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр аяғөҫтө йөрөгәндә генә бер нисә йүнәлеште алып барырға, эш урындары булдырырға, ғаилә терәге һәм ауылдаштарҙың таянысы булыуға өлгәшергә мөмкиндер.


Вернуться назад