Һәр яҡтан өлгөлө04.04.2014
Һәр яҡтан өлгөлө
Механизатор Федор Шоматбаев “Газ-Сервис”тың Нефтекама филиалында бер ҙә насар эшләмәне: тракторсы ла булды, экскаваторсы ла. Арыу ғына хеҙмәт хаҡы ла алды. Шулай ҙа ауылда тыуып үҫкән ир-егет ҡаланың таш йорттарын, асфальт урамдарын үҙһенәме һуң – күңеле гел тыуған Ҡалмашына тартылды. Әллә ни күп уйлап торманы, 2000 йылда ҡайтты ла китте ауылына.

Инде шаҡтай ғына ваҡыт башында йөрөткән хыялы ла тынғылыҡ бирмәне: үҙ хужалығыңды булдырып, шунда ең һыҙғанып эшләргә! Быны нисек тормошҡа ашырырға икәнен дә уйлап-иҫәпләп ҡуйғайны. Ҡатыны Светлана ла бар яҡлап хуплағас, тәүәккәлләне Федор Алексеевич.
Кәрәкле ҡағыҙҙар әҙерләү өсөн район үҙәгендәге учреждениеләр тупһаһын тапау бер ни тиклем теңкәгә тейһә лә, Шоматбаевтар тиҙҙән сауҙа эшен башлап ебәрҙе. Аҡтуған, Иҫке Ҡалтасы, Краснохолм һәм Әмзебаш ауылдарында кибеттәр асып, бер нисә йылдан халыҡтың тел осонда булған “текә алыпһатарҙар”ға әйләнде улар. Тағы ла бер ни тиклем ваҡыттан, күптәрҙе аптыратып, магазиндарының береһен генә ҡалдырып, башҡаларын япты ла ауылдағы бөлгөнлөккә төшкән колхоздың иген келәттәрен, ике “Беларусь” тракторын һәм бер комбайнын һатып алды Федор. Һуңынан ҡуртымға ер юлланы, мал-тыуар, тағы техника тупланы. Шулай фермерға әйләнгән Федор Шоматбаевтың крәҫтиән хужалығы бөгөн бик тә уңышлы эшләп килә.
– Һатыу итеү тәүге баҫҡыс булды, – тип ябай ғына аңлата һуңғы тиҫтә йыл арауығындағы хәл-ваҡиғаларҙы Федор Алексеевич. – Кредит насар нәмә түгел дә, тик банкка барып күрәләтә бурысҡа батырға бер ҙә аяҡ тартманы. Шуға ла башланғыс капитал туплау өсөн сауҙа эшенә тотонорға тура килде. Етерлек хәлләнеп алғас, төп уй-хыялды тормошҡа ашыра башланым. Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙан төрлө тауар алып ҡайтып, уға хаҡ өҫтәп һатыу өсөн әллә ни көсәнергә кәрәкмәй, артабан да шулай йәшәргә булыр ине. Тик, ерҙә тыуған – ергә ереккән, тигәндәй, ауыл кешеһенә крәҫтиән хеҙмәте яҡыныраҡ бит. Тырышлыҡ һалһаң, малсылыҡ та, игенселек тә ярайһы уҡ табыш бирә.
Быны Федор Шоматбаев үҙ хужалығы миҫалында раҫлай. Иген үҫтереү өсөн ҡулайлашмаған, дөрөҫөрәге, хәүефле булған төбәк шарттарында ла арпа, арыш, бойҙайҙың гектар ҡеүәте айырым йылдарҙа 20 – 25 центнер тәшкил итә.
– Дүрт йөҙ гектар ерҙе бөртөклөләрҙең төрлөһөнә бүләбеҙ. Йылы йылға тура килмәй бит, һуңғы ваҡыттарҙа ҡоролоҡ та бәкәлгә һуға. Береһе уңмаһа, икенсеһе ярайһы ғына була. Шулай итеп, үҙеңә үҙеңде һаҡлау сараһы күрергә тура килә, – ти Федор Алексеевич. – Хужалыҡтағы башҡа эштәр менән дә шулай: улар бер-береһен тулыландыра. Төрлө сәбәптән килеме аҙ булған тармаҡтың сығымдарын табышлыһы ҡаплай.
Өс йөҙ гектарҙа мал аҙығы өсөн сәселгән күп йыллыҡ үләндәр уңышы, мәҫәлән, төргәкләнгән бесәндең артҡанын һатырға мөмкинлек бирә. Ике гектарҙа бәрәңге, ун сутыйҙа кәбеҫтә үҫтереү ҙә ярайһы уҡ килемле. Бында төп мәшәҡәт һәм хәстәрҙәр фермерҙың ҡатыны Светлана, йәй көндәрендә уның ҡулы аҫтында ысын һәм төплө “хеҙмәт дәрестәре” алыусы малайы һәм ике ҡыҙы иңенә төшә. Әйтергә кәрәк, “ғаилә бригадаһы” үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй.
Һыйыр, сусҡа һәм һарыҡ аҫрауға килгәндә, крәҫтиән хужалығы етәксеһе ике тиҫтәгә яҡын ауылдашы өсөн даими эш урыны булдырған. Республиканың “Ғаилә фермаһы” маҡсатлы программаһында ҡатнашыу – киләсәктәге уңышлы эштәргә ныҡлы нигеҙ. Һуңғы йылдарҙа Ҡалтасы районында һарыҡсылыҡты үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелеүе фермерға яңы дәрт өҫтәне. Тармаҡтың табышлы икәнен яҡшы аңлап, ул ошондай ваҡ мал һанын тағы ла арттырырға ниәтләй.
– Беҙҙә көтөүлектәр етерлек, һарыҡҡа әллә ни тәрбиә кәрәкмәй. Уның итен халыҡ теләп ала, байрамдарҙа бигерәк тә һәйбәт үтә, – ти крәҫтиән хужалығы етәксеһе. – Тик йөн тапшырыу проблемаһы ғына тулыһынса хәл ителмәгән.
Игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеүгә өҫтәп, Шоматбаевтың, пилорама һатып алып, ағас эшкәртеүгә тотоноуы, халыҡты бура, төҙөлөш материалдары, утын менән тәьмин итеүе айырым иғтибарға лайыҡ.
Бына шулай күптәргә өлгө булып йәшәй һәм эшләй фермер.
– Донъяң етеш, тормошоң матур булһын тиһәң, күп ваҡыт ҡояштан да иртәрәк торорға тура килә, – ти ул. – Шул саҡта ғына бар эшкә лә өлгөрәһең, хеҙмәтеңдән ысын ҡыуаныс алаһың.
Был һүҙҙәргә ниҙер өҫтәү урынһыҙ. Афарин, киләсәктә лә шулай булһын, тип әйтергә генә ҡала.


Вернуться назад