Мәскәүҙә "Рәсәй дәүләт-шәхси партнерлыҡ аҙналығы-2014" инфраструктура конгресы уҙғарылды. Сараны Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү үҙәге, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторҙо. Башҡортостандан унда Иҡтисади үҫеш министрлығының дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү бүлеге белгестәре ҡатнашты.
Конгрестың төп маҡсаты — ошо өлкәләге иң яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһен таратыу, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын финанслауҙың яңы алымдарын эҙләү. Әле Башҡортостанда был өлкәлә тейешле хоҡуҡи база булдырылды, финанс ярҙамы күрһәтеү маҡсатында республиканың Инвестиция фонды ойошторолдо.
Былтыр сентябрҙә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы транспорт инфраструктураһына ҡағылышлы ике проектты хупланы. Ундайҙарға "Өфө ҡалаһынан М-5 "Урал" федераль әһәмиәттәге трассаһына яңы сығыу юлын һалыу" һәм "Башҡортостан Республикаһының төбәк әһәмиәтендәге "Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск" дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлын һалыу" проекттары инә.
Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ ҙур ҡеүәткә эйә. Төбәк социаль хеҙмәттәр, туризм, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, шифахана-курорт селтәрен үҫтереү өлкәһендә ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү үҙәге ойошторған тикшереү һөҙөмтәһенә ярашлы, Башҡортостан ошо өлкәләге төбәктәр рейтингында 16-сы урынды биләй.
Республика Иҡтисади
үҫеш министрлығының
матбуғат хеҙмәте.