Хаҡтар арта. Кем түләр?02.04.2014
Республика гәзиттәре, шул иҫәптән “Башҡортостан” да, күберәк уңыштар, еңеүҙәр хаҡында, был өлкәлә Рәсәйҙә нисәнсе урында барыуыбыҙ, ҡайһы төбәктәрҙе артта ҡалдырыуыбыҙ тураһында даими хәбәр итә. Етешһеҙлектәр, уңышһыҙлыҡтар тураһында өндәшмәҫкә, артыҡ һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырышабыҙ.

Бына, мәҫәлән, беҙҙең социаль хәлгә аныҡлыҡ индерерлек бер миҫал. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә тарифтар үҫеше буйынса беренсе урында Башҡортостан бара, тип хәбәр итә, “Росстат” күрһәткестәрен өйрәнеп, “ФинЭкспертиза” агентлығы аналитиктары. Былтыр республикала был үҫеш 12,1 процент тәшкил иткән. Санкт-Петербург ҡалаһы (8%), Алтай крайы (7,4%), Әстрхан (7,3%) өлкәләре беҙҙе “баҫтырып” ҡараған-ҡарауын. Ҡайҙа ул етеү! Ә бит Рәсәй Хөкүмәте, яңылышмаһам, Дмитрий Медведев үҙе шикелле, үҫеш алты проценттан артырға тейеш түгел, тип бармаҡ янап ҡуйғайны түгелме?
– Халыҡ был үҙгәреште һиҙмәне лә, сөнки 6 проценттан юғары үҫеш дәүләт тарафынан компенсацияланды, – тип аңлата республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ай-һай, быға ышанырға кәрәкме икән? Ярай, Хөкүмәт үткән йылдың икенсе яртыһы, 2014 йылдың беренсе яртыһы өсөн түләне лә, ти. Был ярҙам бит мәңге була алмай. Ҡасандыр бер килеп, ярты йылданмы, бер йылданмы, өс йылданмы, барыбер тулы хаҡын түләргә тейеш булабыҙ. Ошо 12,1 процентты ла ҡушып. Шул ваҡыт нимә тип аҡланырбыҙ икән?



Вернуться назад