Тарихи һынауҙар алдынан17.01.2012
Аҙна ваҡиғаларға бай ғына булды. Халыҡ-ара майҙанда ҡайһы бер илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы, иҡтисади көрсөктөң һаман да киңерәк ҡолас алыуы күҙәтелә. Донъя хәлдәренең бер нисәһенә туҡталып китмәксебеҙ.

Көнбайыштың мәкерле алымдары

Иран һаман да халыҡ-ара сәйәсәттә төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Был дәүләтте Көнбайыш илдәре Сүриә кеүек төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай: ядро программаһын туҡтатыуын талап итәләр. Шул уҡ ваҡытта Иранға сиктәш илдәрҙең йәшертен рәүештә ядро бомбаһы менән ҡоралланыуы тураһында ләм-мим. Хәҙер инде ҙур һуғыш тоҡаныуы ихтималлығы хаҡында шик-шөбһә бар. Ошо арала Израиль тарафынан Тегеранға ут асыу хаҡында тәҡдимдәр яңғырай башланы, Ливиялағы һымаҡ һауа һөжүме ҡулланырға саҡырыусылар ҙа етәһе.
Әлбиттә, бомбаға тотоп, Ирандың ядро программаһын туҡтатыуға өлгәшеү тураһында 2006 йылда уҡ етди һүҙ булып алғайны. Көнбайышта иҫәпләүҙәренсә, ундай бурысты Израиль дә атҡара ала, сөнки ул бынан өс тиҫтә йыл элек Саддам Хөсәйендең Ираҡтағы ядро проектын бер минуттан да аҙыраҡ ваҡыт эсендә юҡҡа сығарған.
Заманында Бағдад янындағы реакторға дүрт самолеттан дүртәр бомба ташланған булһа, бөгөн Израиль армияһының техник мөмкинлектәре тағы ла күберәк. Тик хәҙер бурыс та ҡатмарлыраҡ: Ирандың ядро үҙәктәре тотош ил буйынса таралған, күпселеге ер аҫтында урынлашҡан. Шуға ла бындағы мәсьәләне бер һелтәүҙә генә хәл итерлек һауа ҡоралы таба алмайҙар, хатта АҠШ ғәскәренә лә тулыһынса иҫәп тотоп булмай. Бер генә юл ҡала: сәйәси хәлде ҡатмарлаштырып, Иран системаһын өлөшләтә ҡаҡшатырға һәм, илде һәләкәттән ҡотҡарыу һылтауы менән ғәскәр индереп, ядро ҡоралын ерҙән йөрөп ҡыйратырға.
Әгәр үҙ-ара низағлашыуҙар ядро программаһына ғына бәйле барһа, был хәүефте алты йыл элек үк бөтөрөргә тырышырҙар ине. Ул осорҙа донъя күләмендәге финанс көрсөгө тураһында һүҙ ҙә булманы, Иран армияһы ла бөгөнгө кеүек көсәймәгәйне. Күрәһең, Вашингтонда ла, Иерусалимда ла фәҡәт хәҙерге шарттарҙы һуғыш башлау өсөн иң уңайлы мәл тип һанайҙар һәм бөтөнләй икенсе маҡсат менән яналар.
Америка ғәскәре, ҡеүәте менән маһайырға яратһа ла, Ирандың диңгеҙ яры буйындағы ракета комплекстары алдында көсһөҙлөгөн танырға мәжбүр. Тегеран шулай уҡ Израилдәге һәм Синайҙағы ХАМАС-ҡа, Ливандағы «Хизбалла»ға, Сүриә хөкүмәтенә, Ираҡтағы шағиҙарға һәм ҡурдтарға, Афғанстандағы ҡораллы төркөмдәргә таяна ала. Тимәк, һуғышҡа Африканан Үҙәк Азияға тиклем ифрат ҙур биләмәнең йәлеп ителеүе ихтимал.
Көнбайыш әлеге һуғышҡа эҙмә-эҙлекле әҙерләнгән, тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгә был биләмәләге мосолман илдәре араһында үҙаллы сәйәсәт алып барырлыҡ берәү ҙә ҡалмаған. АҠШ-ты, һис шикһеҙ, нефть һәм газ ғына ҡыҙыҡһындыра, ә Иран, белеүебеҙсә, ундай ҡаҙылмалар менән күршеһе Ҡытайҙы даими тәьмин итә. Һуғышта еңгән осраҡта Америка ресурстарҙы ғына түгел, уларҙы ташыуға контролде лә үҙ ҡулына аласаҡ.

Дәғүәселәр ең һыҙғанды

Яңы йыл каникулында бер аҙ ял итеп алғандан һуң Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр ныҡлап эш башланы. Үткән аҙнала Михаил Прохоров менән Григорий Явлинский үҙҙәрен яҡлаусы халыҡтан ҡултамға йыйыу менән мәшғүл булды, ә Геннадий Зюганов, Владимир Жириновский, Сергей Миронов кеүек оппозиция партияларынан тәҡдим ителгән кандидаттар хәҙерге власты тәнҡитләргә һәм теледебаттарға әҙерләнергә кереште.
Президент булырға теләүселәр 18 ғинуарға тиклем Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына ике миллион кешенең ҡултамғаһын тапшырып, теркәү үтергә тейеш. Явлинский әлегә башҡаларҙы ҡыуып етергә тырыша: ни бары 300 мең тауыш йыйырға ҡалған. Прохоров иһә был эште ойоштороу йәһәтенән эшҡыуарҙарса оҫталыҡ күрһәтә: уның өсөн ҡултамға ҡалдырыуҙы һорап йөрөүселәрҙе йәмәғәт транспорты туҡталыштарында ла, уҡыу йорто, сауҙа үҙәге, дарыухана тупһаларында ла осратырға мөмкин. Шуға ла миллиардерҙың, һайлауҙа кандидат сифатында тәүгә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, 2 миллион 100 мең тауыш йыйыуы шикләндермәй. «Идара итеү ҡанундары һәр өлкәлә бер үк тиерлек, – ти ул. – Яҡшы менеджерҙың үҙ янына сағыу, бойондороҡһоҙ кешеләрҙе туплауы ғына шарт – кампания уңышлы үтәсәк. Бизнеста мин быға өлгәштем, һайлауҙа ла лайыҡлы һөҙөмтә булыр тип көтәм».
Президент кәнәфиенә, белеүебеҙсә, Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев та дәғүә итә. Уның өсөн ҡултамға йыйыусыларҙы Интернеттағы видеояҙма аша мутлашыуҙа ғәйепләп маташтылар. Кадрҙа күренеүенсә, юғары уҡыу йортоноң бер аудиторияһында тиҫтәләгән кеше Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе граждандарҙың паспорт мәғлүмәттәре менән йөҙҙәрсә ҡағыҙ тултыра. Кандидат үҙе әлеге яҙманың ысынлығында шикләнмәне, әммә уға ҡарата аңлатманың дөрөҫлөккә тап килмәүен белдерҙе.
Ә бына Жириновский 10 йыл элек биргән интервьюһында: «Илде ҡырҡ йыл буйы гиҙҙем һәм Уралдағы кеүек ахмаҡ халыҡты бер ерҙә лә күрмәнем», – тип әйткәне өсөн һәр ерҙә тиерлек аҡланырға мәжбүр. Тана ла алмай, сөнки видеояҙма бар. «Мин бит Ельцинды ғына күҙ уңында тоттом», – тип йылмая, әммә бының менән генә ҡотолоп булһа икән!
Геннадий Зюганов хосусилаштырылған барлыҡ милекте халыҡҡа ҡайтарып бирергә вәғәҙәләй. «Рудниктарҙың бөтәһе лә кешеләр өсөн эшләйәсәк, ә 15 әүермән-олигархҡа түгел, – тип күҙ алдына килтерә ул. – Сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын тергеҙеү хаҡында хәлдән килгәнсә тырышасаҡбыҙ, төҙөүселәрҙе, эшҡыуарлыҡты яҡлаясаҡбыҙ. Транспорт һәм энергетика тарифтарын яйға һаласаҡбыҙ…»
Оппозиция партияларынан тәҡдим ителгән кандидаттарҙың бер вәғәҙәһе уртаҡ: Дәүләт Думаһына былтыр үткән һайлау һөҙөмтәләрен ғәмәлдән сығарыу һәм яңынан тауыш биреү ойоштороу. Сергей Миронов был мәсьәләгә мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡтарын билдәләй. «Беҙҙең фракция Чуров әфәнденең үҙ ирке менән эштән китеүен талап итә, сөнки уны ҡануниәт нигеҙендә ебәреү мөмкинлеге әлегә юҡ», – ти ул.
Владимир Путин иһә үҙенең һайлау алды программаһын барлыҡ ил йәмәғәтселеге менән бергә тикшермәксе. Ул үҙәк матбуғатта Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары һәм донъяла биләгән урыны, киләсәккә пландар, үҫеш йүнәлештәре хаҡында мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. «Беҙгә революция көҫәү түгел, ә ныҡлы уйланған, эҙмә-эҙлекле үҙгәртеп ҡороу кәрәк», – ти Премьер-министр.

Халыҡ өсөн эшләйҙәр

Башҡортостанда тормош ҡәҙимгесә, тыныс шарттарҙа бара. Эш менән тәьмин итеүселәр хәбәр итеүенсә, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек кәмей. Республиканың баш ҡалаһында, мәҫәлән, һигеҙ мең самаһы вакансия бар, уларға махсус теркәлгән 8600 эш эҙләүсе дәғүә итә. Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә, дөйөм алғанда, 9200 кеше иҫәптә тора. Үткән аҙнала үҙәктең хеҙмәтенән меңдән ашыу кеше файҙаланған, уларҙың 600-өнә эшкә урынлашыу бәхете йылмайған.
Шәхси шөғөлдө үҙ итеүселәр ҙә күбәйә, араларында йәштәр байтаҡ. Башлыса аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш әйберҙәре етештереү, малсылыҡ һәм ял ойоштороу эшмәкәрлеге менән бәйле кәсептәрҙе һайлайҙар. Шуныһын билдәләү мөһим: бизнес-проекттарҙың күпселеге ғәмәлгә ашырлыҡ һәм үҙен аҡларлыҡ.
Башҡортостан етәкселеге халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында республика ҡануниәтен камиллаштырыу менән быйыл да әүҙем шөғөлләнәсәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың әйтеүенсә, айырым категорияға ҡараған граждандарға ярҙамды арттырыу мөһим. Был йәһәттән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең тәжрибәһе, үҙебеҙҙең мөмкинлектәр, йәмғиәттәге ихтыяж яҡшылап өйрәнеләсәк. «Яҙғы сессияла ла социаль өлкәгә ҡағылышлы ҡануниәтте үҫтереү Башҡортостан закон сығарыусыларының эшендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ», – тине Парламент Рәйесе.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад